Рәсәй музыканты "Это же корот" йырын оҡшатҡан

Билдәле Рәсәй йырсыһы Рена РНТ-ның былтыр йәй социаль селтәрҙә ҙур танылыу яулаған клибын күреп, хеҙмәттәшлек тәҡдим иткән.

Өфөнән музыкант Рена РНТ билдәле йырсы Витас менән бергәләп йыр яҙҙырған. Рәсәй йырсыһы үҙе берҙәм проект эшләргә тәҡдим иткән. Билдәле Рәсәй йырсыһы Рена РНТ-ның былтыр йәй социаль селтәрҙә ҙур танылыу яулаған “Это же корот” йырына клибын күреп оҡшатҡан.
“Back to the stars” тип аталған яңы йыр һанлы майҙанға ҡуйылған. Авторлыҡта тағы ла бер хип-хоп башҡарыусы Роди Диллон псевдонимы аҫтында сығыш яһаған Радмир Исмәғилев һәм Арыҫлан Әхмәтов бар. Музыканттар бер-береһе менән яҡындан аралашмаған – йырҙы ситтән тороп яҙҙырғандар.
– Тәүҙә беҙ уға тректарҙың ун вариантын ебәрҙек. Уларҙың береһен дә оҡшатманы. Шунан башҡортса-ҡытайса стилдә эшләргә уйланыҡ. Тәүҙән үк бөтә аранжировка уның күҙәтеүе аҫтында уҙҙы. Беҙ эшләнек, яҙҙыҡ, уға ебәрҙек. Ул тикшерҙе: бында ошолай мөмкин, бында – былай, – ти Рена РНТ.
Фото: скриншот.
Читайте нас