Студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа рәхмәт әйтә

Май башында мәғариф учреждениеһы үҙебеҙҙә етештерелгән биш өр-яңы “Михаил Глинка” фортепианоһын алғайны.

Быйыл Өфө сәнғәт училищеһының музыкаль инструментарийын, ҡорамалдарын, әҙәбиәтен тамырынан яңыртыу тураһында хәбәр иткәйнек инде.
Май башында мәғариф учреждениеһы үҙебеҙҙә етештерелгән биш өр-яңы “Михаил Глинка” фортепианоһын алғайны. Ошо көндәрҙә Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлексәһе өсөн сираттағы ҡорамалдар партияһы - 25 стеллаж, һөнәри фотоаппарат, яҡтыртыу тупланмаһы, шулай уҡ 211 мольберт тапшырылды.
Әйткәндәй, хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән заманса ҡорамалдарҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә һатып алына.
Колледж уҡытыусылары ла, студенттары ла Башҡортостан етәкселегенә, республиканың Мәҙәниәт министрлығына ҙур рәхмәтен еткерә, төбәктең һәм илдең ижади киңлегендә уҡыу йортон лайыҡлы күртәтеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә вәғәҙә итә.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас