Балалар филармонияһы ҡасан асылыр?

Бында хореография, вокал, хор, цирк, театр һәм спорт кеүек алты эшмәкәрлек йүнәлешендә меңдән ашыу кеше шөғөлләнә.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Өфө балалар филармонияһын капиталь ремонтлау барышы менән танышты. Учреждение Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проектына ярашлы яңыртыла.
“Балалар филармонияһына ихтыяж һәр саҡ ҙур булды. Бында меңдән ашыу кеше шөғөлләнә. Капиталь ремонт барышында фойе, залдар, бинаның тышҡы йөҙө, ҡыйығы яңыртыла, электр, елләтеү системалары ремонтлана, янғын хәүефһеҙлеге тәьмин ителә. Яңыртылған учреждение сентябрҙә ишектәрен асыр, тип күҙаллайбыҙ”, – тине Әминә Ивний ҡыҙы.
Өфө балалар филармонияһы әүәлге УЗЭМИК мәҙәниәт һарайы нигеҙендә ойошторолдо. Бина 1970 йылда һалынған. Филармониялағы 57 ижади коллективта һәм клуб ойошмаһында өс йәштән 24 йәшкә тиклемге 1100-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Бында хореография, вокал, хор, цирк, театр һәм спорт кеүек алты эшмәкәрлек йүнәлеше тормошҡа ашырыла.
Әйткәндәй, “Мәҙәниәт” милли проектына һәм Башҡортостан Башлығының “2024 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһын социаль-иҡтисади үҫтереүҙең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы Указына ярашлы, биш йылда төбәктә 27 ауыл мәҙәниәт йортон төҙөү һәм 52 мәҙәниәт учреждениеһын төҙөкләндереү планлаштырыла.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас