Стәрлетамаҡта Башҡортостан мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы бинаһына капиталь ремонт яһала. Бөгөн мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова был эштең барышы менән танышты.
Һуңғы ваҡытта уҡыу йорто студенттары ятаҡта шөғөлләнергә мәжбүр ине, сөнки К. Маркс урамындағы корпус авария хәлендә тип танылды. Бынан һуң колледжға Ленин проспектындағы бина тапшырылды. Унда бер нисә йыл элек ғәмәлдән сыҡҡан технология коллежды урынлашҡан булған.
Бинаны реконструкциялау “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы башҡарыла.
Төҙөкләндереү киң масштабта алып барыла. Элек был бина техник һөнәрҙәргә өйрәтеү өсөн тәғәйенләнгән булһа, артабан буласаҡ хореографтар, режиссерҙар, актерҙар, вокалсылар уҡыясаҡ. Өҫкө ике ҡат студенттар һәм ситтән килгән уҡытыусылар өсөн торлаҡҡа әйләндереләсәк. Ҡалған өсәүһендә уҡыу кластары эшләнә. Студенттар өсөн ҙур һәм бәләкәй хореография класы, тауыш яҙҙырыу студияһы, спорт, музыка залдары барлыҡҡа киләсәк.
Әлеге ваҡытта елләтеү, электр менән тәьмин итеү системалары ҡуйыла, бөтөн бинаның тәҙрәләре яңыға алмаштырылған. Йылытыу системаһын, иҙәндәрҙе эшләй башларға әҙерләнәләр. Бынан тыш, инеү урыны тулыһынса алмаштырыласаҡ, бинаның фасады ремонтланасаҡ, ҡыйығы йылытыласаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, эш күп. Объектты быйыл ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр. Уның дөйөм хаҡы - 119 миллион һум.
"Объектив сәбәптәр буйынса бер ни тиклем графиктан артта ҡалыу бар. Тик шуныһы шатландырҙы: төҙөүселәр яуаплылыҡты тоя, эште ваҡытында тамамларға ынтыла. Был бина элеккеһенә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ, шуға күрә студенттарҙы, һөнәрҙәр һанын арттырыу мәсьәләһен дә ҡараясаҡбыҙ. Республикала был кадрҙарға ихтыяж ҙур, айырыуса ауылдарҙа", – тине Әминә Шафиҡова.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Владимир Куликов, бинаны төҙөкләндереү айырым контролдә буласаҡ, тип вәғәҙәләне.
"Ул ҡала үҙәгендә урынлашҡан. Йыл аҙағында студенттар иркен, йыһазландырылған яңы кластарҙа уҡый башлар тип ышанабыҙ", – тине ул.