Ҡариҙел районына “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә автоклуб килде.
Районда был күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәккә мохтажлыҡ бар ине. Бында 99 ауыл 17 ауыл биләмәһенә берләшкән һәм уларҙың 38-ндә генә клуб бар. Ҡариҙел районы республикала ҙур райондарҙан иҫәпләнә, иң алыҫ ауылдан район үҙәгенә тиклемге ара 80 километр тәшкил итә.
Автоклуб муниципалитеттың алыҫ ауылдарында күп кеше ҡатнашҡан күсмә мәҙәни саралар үткәреү өсөн файҙаланыласаҡ. Ул еңел генә сәхнәгә әйләнә, шулай уҡ видеоҡоролмаһы һәм автономлы электр энергияһы сығанағы бар.
– Ҡурсаланыу режимы тамамланыу менән мәҙәниәт бүлеге автоклубтың ауылдар буйлап йөрөү графигын төҙөйәсәк. Әлбиттә, ошоноң кеүек кәрәкле проекттар ярҙамында районыбыҙ кешеләренең мәҙәни тормошо күпкә байыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ буласаҡ, – тине Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин.
2020 йылдың аҙағына тиклем бындай автоклубтар Баймаҡ, Йылайыр һәм Тәтешле райондарына ҡайтарыласаҡ. Ә тәүге автоклубты Нуриман районы халҡы 23 апрелдә үк алғайны.