Йырсы бәхеттең асылын ниҙә күрә?

Бөгөн башҡорт эстрадаһының үҙенсәлекле тауышлы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов тыуған көнөн билдәләй.

Бөгөн башҡорт эстрадаһының үҙенсәлекле тауышлы йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов тыуған көнөн билдәләй.
Альберт – таланттарға бай бәрәкәтле Баймаҡ ере таланты. Семеновка ауылында тыуып үҫә ул. Атаһы Рәфҡәт ағай менән әсәһе Зифа апай ҙа йырға әүәҫ була. Нәҫелдән килгән йырға һәләт Альбертта ла бәләкәйҙән үҙен һиҙҙертә – ауылдағы мәктәптә, артабан Сибай мәктәп-интернатында уҡыған йылдарында ул заманда популяр булған “Крейсер Аврора”, “Катюша” йырҙарын сәхнәләрҙән йыш яңғырата.
Альберт Салауатов үҙен йырсы һәм театр актеры булараҡ та танытып өлгөрҙө. Уның репертуарында профессиональ композиторҙарҙың да, Хисмәт Дәүләтов, Зөһрә Фәйзуллина кеүек талантлы һәүәҫкәр моң эйәләренең дә йырҙары, шулай уҡ башҡорт халҡының ҡабатланмаҫ оҙон көйҙәре лә урын алған. Һәр ҡайһыһын күңелен биреп, халыҡсан башҡарыуы менән алдыра Альберт Салауатов. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күргән, йәшләй генә ғәзиз кешеһен – әсәһен, һөйөклө улын юғалтыу ҡайғыларын кисергән замандашыбыҙҙың һәр йыры күңелдең иң нескә ҡылдарына ҡағыла төҫлө.
Күпмелер ваҡыт Стәрлетамаҡ, Нефтекама филармонияларында эшләп алғас, Альберт кире тыуған төйәгенә ҡайтып төпләнде. Бөгөн ул кәләше Гөлшат менән матур донъя көтә. Гөлшат — һөнәре буйынса уҡытыусы. Улар икәүләп төрлө тантаналарҙы, ғаилә байрамдарын алып бара, парлашып йырлауҙары күптәрҙә һоҡланыу тыуҙыра. Салауатовтарҙың татыу ғаиләһендә баһадирҙай өс ул үҫә.
“Бәхеттең асылы бик ябай: иртән ашҡынып эшеңә барыу, кискеһен һине һағынып көткән ғаиләң янына ҡайтыу”, - ти йырсы. Ошо бәхетегеҙ ғүмерлек, тыуған көнөгөҙ ҡотло булһын!
Фото: sibaidramteatr.ru
Читайте нас