30 май — күптәребеҙҙең яратҡан йырсыһы Хәниә Фәрхиҙең тыуған көнө, уға быйыл 60 йәш тулған булыр ине. Йырсының ҡыҙы Алһыу әсәһенә бәйле иҫтәлектәре, хәтирәләре менән социаль селтәрҙә бүлеште.
Хәниә Фәрхи тыуған көнөн тыуған ауылында, дуҫтары, туғандары янында үткәрергә яратҡан. Ул рауза сәскәләрен айырыуса яратҡан. Үкенесле, йырсы 57 йәшендә генә яҡты донъяны ҡалдырып китеп барҙы.
Алһыу белдереүенсә, ата-әсәһе уны ете айлыҡ ваҡытынан уҡ күршеләренә ҡалдырып, гастролдәргә сығып китә башлаған. "Күршеләргә “мама”, “папа” тип өндәшкәнмен. Ә үҙемдекеләргә атай-әсәй тип әйткәнмен. Ҡәҙерлеләремде һағынып көтә инем. Ҡайтыуҙарына төрлө һүрәттәр төшөрөп, открыткалар яһап ҡуя торғайным. Улар әле булһа һаҡлана", - ти Алһыу.
Әлбиттә, балаһын күршеләргә ҡалдырып китеү Хәниә Фәрхигә еңелдән булмағандыр. "Әсәйем йомшаҡ, бик йомшаҡ булды. Ул беҙҙе бер ҡасан да тиргәмәне, ҡул күтәреү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Бик яҡшы күңелле ине, һәр ваҡыт ярҙамға ашыҡты. Ике балаһын да тигеҙ күреп, бер төрлө яратып үҫтерҙеләр", - ти Алһыу. Хәниә Фәрхи ҡыҙҙарына әсәй генә түгел, серҙәш тә була. Алһыу менән бигерәк тә.
Быйыл Хәниә Фәрхиҙең баҡыйлыҡҡа күскәненә өс йыл була. "Әсәйҙе һағыныу, юҡһыныу тойғоһо ваҡыт уҙған һайын бер аҙ баҫыла ғына. Ауыр. Раина тыуғас бигерәк тә. Әсәйем уны күрә, ейәнсәрен һөйә алманы. Шуны уйлағанда, ныҡ илағы килә, йырҙарын ишетһәм дә күҙгә йәш тула. Фотоларын ҡарағанда ла, телевизорҙан йырлаһа ла, күңелгә ауыр. Төшкә йыш инмәй. Ауырлы ваҡытта ла, бала тапҡас та күрмәнем. Ә йөккә уҙғансы йыш инә ине төшөмә... Ата-әсәһе иҫән булғандар уларға йышыраҡ шылтыратһын, яндарында булһын ине. Яҡындарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ", - тип яҙған Алһыу.