Сара оффлайн һәм онлайн тәртибендә үткәрелә, сөнки коронавирус пандемияһы шарттарында унда ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһын да бер майҙансыҡҡа йыйыу мөмкин түгел. Проект авторҙары унда туранан-тура ҡатнаша, ә киң аудитория өсөн Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә тапшырыу ойошторола. Сарала башҡорт телен өйрәнеү өсөн видео-дәрестәр, мобиль ҡушымталар, “Бәйләнештә”ге һәм iTunesтағы тәүге башҡортса подкастар, йылдам үҫә барған “Аҫылташ” башҡорт йәштәре бренды һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәктәр.