“Гөлнәзирә”ләр йырға ла, бейеүгә лә маһир

Әбйәлил районының Ташбулат мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансабле төбәктә үткән бер генә саранан да ситтә ҡалмай. Был коллективҡа йыр-бейеүгә маһир, әүҙем тормош яратҡан, аралашып йәшәүҙән йәм тапҡан кешеләр тупланған.

Әбйәлил районының Ташбулат мәҙәниәт йортонда эшләп килгән “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансабле төбәктә үткән бер генә саранан да ситтә ҡалмай. Был коллективҡа йыр-бейеүгә маһир, әүҙем тормош яратҡан, аралашып йәшәүҙән йәм тапҡан кешеләр тупланған.


Быйылғы йылдағы донъялағы һәм илдәге хәл-торош пландары­быҙға бер аҙ үҙгәрештәр индерҙе, әлбиттә. Ҡурсаланыу осоронда репетицияларҙан, сығыш яһау­ҙарҙан тыйылып торҙоҡ. Гәзит уҡыусыларҙы коллектив менән яҡын­даныраҡ таныштырыу маҡ­сатында был­тырғы йылдағы уңыш­тарыбыҙҙың бер аҙына туҡталып үтмәксемен.
Яҡташыбыҙ, Башҡорт кавалерия дивизияhы командиры, Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таhир Тайып улы Күси­мовтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы баш ҡалабыҙ Өфөлә Һылыу Нәҙершина менән Хәмдиә Фәйезова төҙөгән сценарий буйынса ойошторолған ҙур концерт­та һәм Хәтер кисәhендә ҡат­наштыҡ. Уңышлы сығыштарыбыҙ район хакимиәте мәҙәниәт бүле­генең Маҡтау ҡағыҙы менән билдәләнде.
Район ҡумыҙсылар бәйгеһен­дә “гөлнә­зи­рә”ләр коллектив менән дә, яңғыҙ сы­ғыштары ме­нән дә тамашасыларҙы hоҡлан­дырҙы. Яңғыҙ башҡарыусылар араhында Рәил Бәшәров икенсе урынға лайыҡ булды.
Магнитогорск ҡалаһында үткән “Сыңлы үксә” бейеү конкурсында 19 коллектив араhында I дәрә­жәләге лауреат булып танылдыҡ, ә яңғыҙ бейеүселәр араhында Һылыу Нәҙершина – беренсе, Гөлнара Шаһымгәрәева өсөнсө урын яуланы.

Өлкән йәштәгеләр араһында уҙға­рылған “Яратам hине, тормош!” фести­валендә йылдың-йылы ҙур теләк, дәрт менән ҡатнашабыҙ. Был юлы ла коллектив йыр hәм бейеү менән сығыш яһаныҡ. Яңғыҙ йырсылар Мәрхәбә Солтанова, Рәүф Атауллин, Алмас Әхмәтов моңло тауыштары менән һоҡландырҙы.
Магнитогорск ҡалаһында үткән “Яҙғы hандуғас” йыр конкурсында Магнитогорск, Сибай, Белорет ҡалалары, Баймаҡ, Әбйәлил, Ҡыҙыл, Арғаяш райондары коллективтары йыйылғайны. Беҙ шундай мәртәбәле ансамблдәр араһында беренсе урын яулауға өлгәштек. 70-кә яҡын яңғыҙ йырсы араhында Рәүф Атауллин, Ғәлиә Йәнйегетова, Еүәйрә Иҙ­рисова, Фәтиха Ялмырҙина төрлө дәрәжәләге дипломант исеменә лайыҡ булды.
“Әбйәлил ритмы” район бейеү конкурсында Фәйзи Ғәскәров репертуарынан “Батмустар менән бейеү” hәм “Шәл менән бейеү”ҙе тәҡдим иттек, һөҙөмтәлә бәйге­нең Гран-приһы – “Гөлнәзирә”лә!
Инвалидтар өсөн район күләмендә “Балыҡсылар” фестивале ойошторолдо, унда беҙ ҡу­наҡтарҙы йыр-моң менән ҡар­шылап, концерт менән сығыш яhаныҡ. Троицк ҡалаһына – Зәй­нулла ишан иҫтәлегенә үткәрел­гән Төбәк-ара мөнә­жәтселәр конкурсына ла барып ҡайттыҡ. Бөйөк Аллаh Тәғәләне данлап, бөтә мосолман донъяһына именлек, hау­лыҡ, иман теләгән мөнәжәтебеҙ менән Башҡортос­тандан берҙән-бер вәкил булып сығыш яhап, беренсе урын яуланыҡ.
Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү менән бер рәттән яңы, матур башлан­ғыстарға ла ҡушы­лабыҙ. Ташбулат ауылында ҡатын-ҡыҙҙар ойош­маhы менән берлектә “Ҡыҙ­ҙар ҡайтты ауылға” сараһын ойош­тороп, йөкмәткеле концерт ҡуйып, үткәреп ебәрҙек.
Илебеҙҙә хәл-торош үҙгәргәнгә тиклем беҙ маҡсатлы рәүештә, ҙур дәрт һәм теләк менән Бөтә донъя фольклориадаһына әҙер­ләнеүгә ең һыҙғанып тотонғай­ныҡ. Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә үткәрелгән “Фольк Тайм” конкурсының беренсе турында еңеп, абруйлы баһалама төркөмөнән республика сәхнәһен­дә сығыш яһауға саҡырыу алып, унда ла беренсе урын яулап ҡайттыҡ.
“Йырсы ауыл” конкурсына ла әүҙем ҡушылдыҡ. Ике тауышҡа “Йәйҙең матур аяҙ таңдарында” һәм “Элмәлек” йырҙарын коллектив менән башҡарҙыҡ. Ә яңғыҙ башҡарыусыбыҙ – Еүәйрә Иҙри­со­ва район күләмендәге бәйгегә һайлап алынды.

Бына шулай, районда һәм Таш­булат ауыл хакимиәте билә­мәһендә үткәрелгән бөтә сара­ларҙың уртаһында ҡайнай “Гөл­нәзирә”. Бер ҙур байрам да унһыҙ үтмәй. Даими сығыштарыбыҙ, яулаған еңеүҙәребеҙ коллек­тивыбыҙға “Халыҡ фольклор ансамбле” исемен уңышлы яҡларға ярҙам итә.


Әбйәлил районы,

Ташбулат ауылы.
Читайте нас