…Өлкәндәр Сталинды йыш телгә ала. Ә мин беләм уны, Сталин бабайҙы. Ҡашағаһында атайымдың кәртешкәһе торған тәҙрәгә ҡаршы стенала уның һүрәте эленгәйне. Гелән бер-береhенә ҡарашып торҙолар шулай. Ә мин сәңгелдәктә уларҙың икеhенә ҡарап яттым. Атайымдың кәртешкәһенә бөтәһе лә төртөп күрһәтеп, көн дә әйтеп торҙолар тыуа-тыуғаным бирле, ә мыйыҡлы кеше менән таныштырыусы булманысы. Таҫтамал менән ҡаймалап, түргә ҡуйғандар һүрәтен, моғайын, яҡын кешебеҙҙер?
Аң белгәс, ҡартәсәйемдән hораным:
– Сталин бабай! – тине ҡартәсәйем.
– Һинең атайыңмы, әллә Зөлхизә өләсәйемдекеме?
– Бөтәбеҙҙең дә атаһы ул, – тине лә ҡартәсәйем, мине күтәреп һикегә ултыртты, үҙе ихатаға сығып китте. Мыйыҡлы кешегә текләп ултыра торғас, йоҡлап киткәнмен...
Шуларҙы иҫләнем дә тағы өйҙәге хәбәргә ҡолағымды ҡарпайттым:
– Лавкаға барғайным, шунда өс-дүрт фронтовик, әллә әсе балды күберәк һемергәндәр, ҡыҙып китеп, эй гәпләшә, Сталинды әрләй... Ҡурҡмайынса?! Һуғыш булырын белә тороп, армияны әҙерләмәгән, тиҙәр. Ҡырҡ беренселә киткәндәрҙе, салғы менән үлән сапҡан ише, тотош ҡырып һалған инде дошман, уныһы беҙгә лә мәғлүм...
Ҡартәсәйем тымғас, атайым дауам итте:
– Һеҙгә бында, төпкөл ауылда, күп нәмә ҡараңғы инде ул. Мин унда, армияла, төрлө милләт араһында күпте аңланым. Сит ил моряктары менән дә фекер алыша торғайныҡ, мин бит сухопутный моряк булдым, ҡырҙан килгән судноларҙан йөк бушаттыҡ, үҙебеҙҙең сырсаны уларға тейәнек... Сталиндың хаталары етерлек, был һуғыш ул хәтлем ҡанлы булмаҫ ине, әгәр юлбашсы алдан күрһә.
– Бер үҙе нисек барыһын уйлап бөтһөн, ярандары ҡайҙа ҡараған?
– Ярандары? Улар ҡурҡып, ярамһаҡланып өндәшмәгән, ә тура һүҙлеләренең башы төрмәлә серегән. Утыҙ етенсе йылдарҙа иң шәп командирҙарҙы атып бөтөргәндәр.
– Сталинһыҙ фашисты еңер инекме, һин шуны бел! – Ҡартәсәйем инанып әйтте быны, атайым да һүҙ көрәштермәне, килеште, ахыры. Тағы баяғыса ҡабатланы:
– Һеҙгә ни, төпкөл ауылда...
Ҡартәсәйем уға һүҙен осларға ирек бирмәне:
– Ниткән хәбәр ул, “төпкөл ауылда” ти ҙә торасы. Үҙең ҡайҙанһың, ә? Беҙ бында, тылда, күргәнде, асыуым да килмәгәйе, бәғзе һалдат та күрмәгәндер әле, уф, Аллам! Көфөр булмағайым... Бер ус бойҙай өсөн, ана, Гөлбикә күршене ер аяғы ер башына – ҡатырға һөрҙөләр. Ире фронтта булып ҡалды. Ҡайтманы ул, “ҡара ҡағыҙы” ла килмәне үҙенең. Ғәрләнгәндер Гөлбикәhенең хәленән, башын сит яҡҡа олаҡтырғандыр hуғыштан hуң, тип фараз итеүселәр ҙә булды. Бахыр ғына Гөлбикә ауырлы ине, ташмайып бөткән көйөнә ҡулдарын ҡайырып алып киттеләр. Үҙең дә күреп торҙоң дабаһа! Иҫ кергән сағың...
– Эйе, каторгаға... Ҡырҡ икенсе йылда, – тине лә атайым, ҡапыл һорап ҡуйҙы, — ул ҡайҙа? – Күҙе менән кемделер эҙләне үҙе. Кемде? Бында тик үҙебеҙ генә.
– Ышаныслы урында, – тине ҡартәсәйем. – Ярар, һорау алма минән.
– Әсәй, бөттө хәҙер һорау алыуҙар, шымсылыҡ, эҙәрләүҙәр. Ул – юҡ!
Тағы Сталин тураһында икән һүҙ, атайым теге һүрәтте эҙләгән, китель кейгән мыйыҡлы кешене. Уны ҡартәсәйем, ҡара кәшмир яулығына төрөп, һандығына һалып ҡуйҙы – быйыл март айында, 5 мартта, Сталин вафат булғас. Ул көндә ҡартәсәйем ныҡ ҡайғырҙы. Мине эйәртеп колхоз кәнсәләре янындағы митингка алып барҙы. Бар әҙәм илай ине шикелле. Әллә ул мыйыҡлы кеше, ысынлап та, бөтәһенең дә атаһы булғанмы?! Ҡайтышлай Мәүлиҙәләргә инеп сыҡҡайным (бер урамда йәшәйбеҙ), бәс, уның атаһы ҡояштай балҡып йөрөй, һис тә ҡайғырмағайны Сталин бабай үлгәнгә. Тағы аптыраным...
Ә теге башынан үткән фажиғәле хәлде миңә Гөлбикә апай үҙе һөйләгәйне, атайым ҡайтырҙан ике-өс көн алда ғына. Күрше йәшәгәс, кергеләп йөрөйөм уларға. Ҡартәсәйем уны бик өнәп бөтмәй әллә, йомош-фәләнгә мине индерә лә ебәрә. Шул бер йомош ине инде гелән: уның ҡыл иләге бар, ә беҙ ошоғаса йүкә иләк менән көн күрҙек. Ошоғаса, тим, сөнки атайым армиянан бер түгел, ике ҡыл иләк алып ҡайтты, мохтажлыҡты белгәс ни.
Ҡыл иләккә тип hуңғы ингәнемдә, Гөлбикә апай оҙон көйгә йырлап ултыра ине. Тупһала туҡтап тыңлап торҙом, эй моңло икән тауышы, һағышлы. Шул юлы һөйләне күргән ғазаптарын.
...Төн буйы ырҙын табағында ҡул молотилкаһында арманһыҙ булып эшләп ҡайтып, итек ҡунысына бүҫкә генә итеп тултырған бойҙайын бушатып торғанда, хәрби кейемдәге ике ир килеп инә лә шарылдатып ҡысҡыртып алып сығып китә уны. Әсәһе Миңлебаныу инәй был күренештән ҡото осоп йығылып ятып ҡала...
Гөлбикә апай, хилаф эш ҡылғанын аңлаһа ла, ул ҡәҙәрем дә ҡаты яза бирерҙәр, тип уйламаған шул. Халыҡ дошманы! Абау... Бынау бәләкәй генә башым менән мин дә аңлайымсы, ошо наҙан ғына, йыуаш бер апай ҡалайтып халыҡҡа, тимәк, илгә, зыян ҡыла алһын, ти, ул? Бойҙайҙы ла асыҡҡанға урлағандыр, йөклө булған бит.
Артабан күҙ алдымда тағы хәтәрерәк, ҡот осҡос хәлдәр пәйҙә була.
...Икһеҙ-сикһеҙ даръяла баржа тигән ҙур һал йөҙөп бара. Көн йөҙә, төн йөҙә... Магадан лагерына табан йөҙә. Ҡайҙа баҡма – офоҡ менән тоташҡан һыу. Күрәнленән дә киң һыуҙар бар икән?
Баржаның ҡаҡ иҙәнендә ултырған йөклө ҡатындың башы ҡапыл һеңгәҙәтә килтереп һуҡҡан яҙмыш күҫәгенән тубал булған, уйҙары инеп-сығып йөрөй шунда... Тик башы түгел, эсе өҙөп-өҙөп ауырта, биле әсетеп һыҙа. Ул һыҙланыуға сыҙар ғына әмәле лә юҡ бисараның, әммә өн сығарырға ҡурҡа. Кисә хәсрәтенә түҙмәй һыңҡылдап илағанын ишетте лә бер һаҡсы тимер сынйыр менән ҡайыҙланы арҡаһын. Әле арҡа әрнеүе һиҙелмәй ҙә, сөнки эсендәге киҫкен ауыртыныу унлата көслөрәк! “Ай, Аллам!” Барыбер ҡысҡырмай түҙә алманы. Туҡмаһындар, типкесләһендәр – уға барыбер...
– Әллә балаларға итә? – тип һөйләшә һаҡсылар.
– Ахыры. – Шунан ҡатынды, башҡа уның ише тотҡондар араhынан йолҡоп алып, һөйрәкләп бер мөйөшкә илтеп һалдылар.
Күпмелер ваҡыттан hуң килеп ҡаранылар:
– Кәнтәй, берҙе лә түгел, икәүҙе тапҡан.
Ҡатын шул тирәлә ятҡан тоҡмо-нимәме ярпыларына төргән сабыйҙарын күкрәгенә ҡыҫты.
– Ҡайҙа, бир әле бында, күрәйек! – Һаҡсылар төргәктәрҙе тартып алып, иҙәнгә һалып тағатты. – Малайҙар. Береһе үлгән, икенсеһе тере һымаҡ? Мә! – Тере сабыйын ҡатынға ырғыттылар, саҡ тотоп ҡалды. Икенсеһенең мәйетен сыр яланғас килеш даръяға ташланылар. Балыҡ ҙурлыҡ ҡына аҡ кәүҙә баржа ҡубарған тулҡын күбеге аҫтында юҡ булды.
Тетрәнеүҙән арынырға ҡатынға ҡулындағы сабыйҙың тәзелдәүе ярҙам итә. Балыҡ-бала үле тыуҙы ул... Игеҙәк булғандар икән, әйтәм, эсен айҡайҙар ине, ҡыбырлашып. Етлекмәй тыуҙылар, ете ай ҙа тулмаған... Быныһын йәшәтергә ине, тере бит. Сабыйына имсәк ҡаптырырға итә, юҡ, алмай имсәкте, хәлһеҙ. Хәйер, һөт төшмәгән түшенә...
Арыу-йонсоуҙары сиктән ашҡайны, йоҡлап киткән. Төш күрҙе: имеш, Гөлбикә – йәш, матур сағы – Күрәнлелә һыу инә, ә ап-аҡ ҡына ике балыҡ уның тирәһендә уйнап йөҙә. Ҡурҡмайҙар ҙа унан, тотоп алыр тип белмәйҙәрме? Балыҡтарға ҡулын һуҙҙы... һәм уянып китте. Ҡулындағы бәпесе тубығына тәгәрәп төшкән, күҙҙәре йомоҡ... Йоҡлаймы? Тын алмай һымаҡ? Әсә сабыйының кескенә кәүҙәһен танауына терәп тигәндәй тыңланы: һулышы бармы, юҡмы? Юҡ... Үлгән!..
Был сабыйҙы ла һаҡсылар даръяға ырғытты. Үҙенән саҡ ҡына алдан киткән игеҙәк туғаны артынан ул да аҡ балыҡ булып сөңгөлгә сумды...
Ошо хәтлем аяныслы хәлдәрҙе миңә, бала-сағаға, һөйләне Гөлбикә апай. Күңелен кемгә бушатырға белмәгән мәле булғандыр, күрәһең. Япа-яңғыҙ шул ул. Әсәһе анау саҡтағы тетрәнеүенән мантый алмаған, йөрәк өйәнәгенән вафат булған.
Хайрандар булып ҡайттым да әлеге ҡыл иләкте көтөп көтөк булған ҡартәсәйем менән әсәйемә һөйләргә тотондом теге тарихты. “Беләбеҙ, кәрәкмәй, зинhар, һөйләмә”, – тиҙәр. Ә мин түҙмәйем, барыбер үҙемсә теҙә барам. Шул тиклем тәьҫоратты тышҡа сығармай нисек сыҙайым, ти?!
Аҡ балыҡ булып даръяла ҡалған сабыйҙар тураһында һөйләнем дә, күҙемә йәш килеп, туҡтап ҡалдым:
– Иләгеҙ оноғоҙҙо, шул бер һелкәүес он өсөн...
– Сейәнкә бит, үтә лә ҡәҙерле аҡ он, – ти ҡартәсәйем. – Йә, артабан ни булған?
– Әллә нисәмә һөйләгәндер инде ул хәбәрҙәрҙе Гөлбикә апай һеҙгә. Әйтәм, ҡартәсәй, үҙең бер ҙә кермәйһең йомошҡа, йөрәгеңде өшөткөң килмәй икән. Ә минеке өшөһә лә яраймы?
– Һинең кеүек итеп тасуирлап бәйән итеүсе юҡ, белгең килһә.
– Һы, йүкә шына ҡағалар... Башта шуны әйтегеҙ әле: кем ошаҡлаған теге юлы Гөлбикә апайҙы?
– Ауылдаштарҙың эше түгелдер, – ти hалды ҡартәсәйем. – Ул осорҙа, сәсеү йә ураҡ мәле етhә, НКВД кешеләре, тағы әллә кемдәр килеп етә hала ине – тирә-яҡ ауылдарҙың игене лә беҙҙең ырҙын табағына килтереп эшкәртелә торғайны, шуғалыр. Тикшереп, аңдып ҡына йөрөнөләр... Йә hөйлә, тим, аҙағына сыҡ инде хәбәреңдең, бер башлағас!
– Аҙағы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та түгел. Ултырған төрмәлә... Көн дә һаҡ аҫтында быяла заводы өсөн сеймал – hүнгән вулкан итәгендәге көлдө – тейәтергә йөрөткәндәр, көн дә кәбеҫтә һурпаһы эсергәндәр. Тағы? ...Күрше барактағылар алтын йыуыуҙа эшләнеләр, уларға иң ауыры тейҙе, иҫән ҡайтҡандары hирәктер, тине. Гөлбикә апайҙан икенсе юлы шуларҙы hөйләтәм әле: нимәhе ауыр булған икән, алтынды бер тотоп ҡарауың ни торалыр ҙа баhа? Бик күп тотҡондар штрафбатҡа оҙатылды, иҫән ҡалмаҫтарын белеп торhа ла, фронтҡа китеүҙәренә hөйөндө, тине тағы... Ә үҙе, беләһегеҙҙер, hуғыштан hуң, ураҡ мәле ине, ти, әйләнеп ҡайтҡан ауылға. Лагерға немецтарҙа әсирҙә булғандарҙы килтереп тултырғандар икән...
…Ҡасан ғына, ҡайҙа ғына осрашмаһындар, гәптәрендә “һуғыш” тигән һүҙ ҡалҡып сыҡмай ҡалмай – был ағайҙарҙың тормошо, гүйә, ике осорға бүленгән: һуғышҡа тиклем һәм һуғыштан һуң. Мин ул ике осорҙо ике яр, аръяҡ һәм биръяҡ итеп күҙаллайым, ә уртала, ҡайнап торған ут, ҡан, күҙ йәше урғылып аҡҡан тарафта, — һуғыш үҙе. Моғайын, тамуҡ шундайыраҡ булалыр? Үҙем күрмәгән һуғышты уйламай, пәйҙәләп ҡарамай булдыра алмайым, сөнки мин белгән кешеләрҙең күбеһе уны көн дә иҫенә төшөрә.
Зөлхизә өләсәйемдең уландарын, ҡурайсы олатайымды йотҡан ул тамуҡ. Әсәйемде яратҡан Барый ағайҙы һәләк иткән, күрше Ғәҙилә инәйҙе хыялыйландырған, Мансур ағайҙың ҡулын өҙөп алып ҡалған… Клуб янындағы обелискка һуғышта башын һалғандарҙың исемлеге яҙылған, уҡып осона сығып етмәҫлек. Бер Мәүлетҡоловтар ғына ундан ашыу, буғай.
Нәҙерғоловтар – бишәү, икәүһе минең бабайымдар: Рәхмәтулла менән Зәйнулла. Эйе, бөтә илдең, бар халыҡтың яҙмышын икегә айырып аға ул ҡанлы йылға. Китапты асһаң – фронт шиғырҙары, радионы ебәрһәң – фронт йырҙары, ағайҙарҙы тыңлаһаң – фронт хәтирәләре. Беҙ, һуғыштан һуң тыуған балалар, ул дәһшәтле осорҙо күргәндәй итеп кисерәбеҙ, сөнки кесе йыhанда (әсә ҡарынында) сағыбыҙҙа уҡ шул тиңһеҙ юғалтыуҙар хаҡында ишетеп йөрәк ҡаныбыҙҙы hуғарҙыҡ, шул мәңге баҫылмаҫ әрнеүҙәр күҙҙәренә, hүҙҙәренә hеңешкән кешеләр араhында үҫтек.
Бөйөк Еңеүҙең 15 йыллығын байрам итәсәкбеҙ. Толпарлы ғына түгел, барлыҡ Советтар Союзы, совет һалдаттары фашистарҙан азат иткән Европа илдәре тантанаға әҙерләнә. Етеп тә килә ул көн – 9 Май.Тышта яҙ хөкөм hөрә, апрель елдәре өрә. Ҡояш бөтә йылыhын, яҡтыhын, сәмен ҡышты hындырыуға еккән, ҡайнар нурҙарын ергә көлтәләп ҡоя ғына. Ҡар бүҫкәрә, күҙгә күренеп йоҡара, емшей бара.
Кисә башҡорт теле уҡытыусыһы һуғыш темаһына инша яҙырға ҡушты. Конкурс була, тине, уйларға бер аҙна ваҡыт бирҙе. Нимә яҙырға икән, нисек? Әллә бабайымдарҙы яҙайыммы? Дәфтәр тултырып теҙер һүҙем бар һымаҡ...
Кәңәшләшергә тип Бүреһуҡҡан олатайға киттем. Мин уны ихластан ҡан олатайымдай күрәм. Гел ҡатындар йәшәгән беҙҙең өйҙөң иң тоғро ярҙамсыһы ла баhа. “Олатай ниндәй була?” тигән темаға инша яҙырға ҡушһалар, мин тик уның хаҡында теҙер инем. Ә атай хаҡында ҡушһалар? Моғайын, Сәмиғуллин иҫемә төшөр ине иң беренсе. Уның ике ҡыҙына күҙем ҡыҙа минең... Атайҙары сыйырсыҡ ояһы эшләп бирә, буран сыҡһа, уҡыуҙан ҡаршы барып ала. Мәктәп алыҫ беҙҙең, ауылдың арғы осонда. Бер тыҡрыҡ аша ғына йәшәгәс, мин дә Сәмиғуллиндың шинель салғыйына тағылып ҡайтам, ә ул бер ҡыҙын, минән ике класс алда уҡығанын, етәкләй, бәләкәсерәген күтәреп ала. Мине атайым тик бер генә тапҡыр күтәрҙе, армиянан ҡайтҡас... Шуға күрә уның хаҡында иншаға яҙыр һүҙем дә юҡ. Ә өрлөк-атай менән һөйләшеүемде, уны һағынып-һығылып илауымды яҙһам, диуана булған, тиерҙәр...
Бүреһуҡҡан олатай өйҙә күҙлек кейеп гәзит уҡып ултыра ине. Мәктәптә уҡыу эләкмәгән уға, үҙ алдына өйрәнгән.
– Дары еҫкәп ҡарамаған кеше яҙған быны! – тип гәзитте һелкеп-һелкеп алды ул, мине күргәс. – Нурия, мә, ҡысҡырып уҡы әле, күҙем әллә яңылыш күрә?
Уҡып сыҡтым. Мәҡәләлә фронттағы бер хәл яҙылған. Миңә һүҙ башлап ебәрергә йәтеш булды:
– Бүреһуҡҡан олатай, һин үҙең Мәскәүҙе һаҡлап ҡалғанһың немецтан, һөйлә әле шул турала?
– Ҡайҙан белдең уны, Нурия?
– Кәнсәләрҙе йыйыштырғанда ишеттем, үҙең әйттең дә...
– Мәскәүҙең үҙендә үк булманыҡ, ә уны һаҡлауыбыҙ хаҡ. Калуга өлкәһенең Чернышен тигән ауылы эргәһендә һуғыштыҡ. Унан туп-тура Мәскәүгә юл ята, дошманды үткәрһәң, баш ҡала ҡоланы, тигән һүҙ. Үткәрмәнек! Беҙҙең хәрби частың һалдаттары тотошлай тиерлек һәләк булды. Окопта, автомат тотҡан килеш, hуңғы минутынаса атышып, ҡан ҡатыш тупраҡҡа күмелеп ерләнде улар... Донъяның аҫты-өҫкә әйләнде унда: ике яҡлап та туптар атыла, пулялар һыҙғыра – мәхшәр, балаҡай. Мәскәү оборонаһы бит. Тәбиғәт үҙе лә ярҙам итте беҙгә, тыуған ер азатлығы өсөн hуғышыусыларға: декабрь hалҡындары аҙ немецты туңдырып үлтермәне... Ә беҙ ҡыштан ҡурҡмайбыҙ, сыныҡҡанбыҙ. Бер һалдатыбыҙ ҙа бер аҙым да артҡа сигенмәне. Артта – Мәскәү, унда, Генштабта, – Сталин үҙе!
Олатайҙы ныҡ тулҡынланып тыңланым. Аҙаҡ автомат тотҡан көйө аяғүрә үлгән, окопта ҡанлы тупраҡҡа күмелгән совет һалдаттары күҙ алдымдан китмәй йөҙәтте. “Мәскәүҙе һаҡлаусылар” тип инша яҙғас ҡына, күңелемдәге тетрәнеүҙәр дәфтәр битенә төшкәс кенә тынысландым. Төп геройым, әлбиттә, Әхмәҙин Көҫәпҡолов олатай ине.
И, олатай, и, гәп hуғырға әүәҫ ағайҙар, әлдә hеҙ бар был донъяла! Беләм дәhә, hеҙ булғанға беҙҙе, ҡатын-ҡыҙҙы, немец фашистары аяҡ аҫтына hалып тапай алманы. Еңелhәгеҙ бит, СССР-ҙағы йөҙәрләгән милләт, үҙ теленән, тарихынан, диненән ваз кистерелеп, “урыҫ” тигән дөйөм бер мөhөр менән ҡол ителер ине… Һеҙ – бар!
Һеҙҙең гәптәрегеҙҙе тыңлап, ир-ат фәлсәфәhен үҙләштергән мин бар – атай hүҙҙәре, атай вәғәздәре hалып ҡуйыла торған күңел тартмаларым буш түгел!
Аллаһ Тәғәлә ошо осор өҙлөкһөҙ яуған боҙ ҡатыш өшәнес ямғырҙы 9 Май алдынан ғына тымыҙып ҡуйҙы, байрам таңында күккә сағыу ҡояшты тәгәрәтеп сығарҙы. Ветерандарға сәскә йыйырға тип урманға барҙыҡ: аҡ ҡалпаҡлы умырзаялар, былай ҙа күҙ сағылдырғыс зәһәр нурға сорналған көнгә яҡтылыҡ, нәзәкәтлек өҫтәп, күгүләндә ялан аяҡ баҫып тора. Бындай самими сафлыҡ тик яҙҙарға ғына хастыр ул.
Бөйөк Еңеүгә – 20 йыл! Орден-миҙалдарын ялтыратып тағып алған фронтовиктар, барса халыҡ һуғышта һәләк булған ауылдаштар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янына ағылды. Аяҡ өҫтө тороп радионан Брежневтың тантаналы телмәрен тыңланыҡ: Сталинды хурламаны, Жуковтың хәрби батырлығын таныны һәм Бөйөк Ватан һуғышында 20 миллион совет кешеһенең һәләк булыуын әйтте. Фронтовиктар төркөмөндә йәнләнеү һиҙелде, улар устары менән бер-береһенең яурындарына шапылдатты, ҡосаҡлашты. “Элек ете миллион тиҙәр ине, шунда ғына торамы ни илдең ҡорбандары?” – тине кемдер, ярһып. Бүтәндәре теләктәшлек белдереп баш ҡаҡты. Леонид Ильичтың Мәскәү менән Киевҡа герой-ҡала исемен биреү тураһындағы һүҙҙәре алҡыштарға күмелде. Пионер бүлмәһендәге стендта элекке герой-ҡалаларҙың исемлеге бар: Ленинград, Севастополь, Одесса, Волгоград (Сталинградҡа әйләндермәнеләр барыбер), хәҙер тағы ике ҡаланы өҫтәп яҙырға кәрәк, тип үҙемдең хәтеремә киртеп ҡуйҙым.
Ҡайтҡас та оҙаҡ арына алманым Еңеү байрамы тәьҫораттарынан. “Правда” гәзитен айырым бер илтифат менән ҡулыма алып уҡып сыҡтым. “20 миллион, 20 миллион, 20 миллион...” Уның һәр юлы миңә шулай тип ҡысҡырғандай тойолдо.
Кәнсәләрҙе йыйыштырғанда, ир-аттың гәптәрен әүәҫ тыңлап йөрөгәндә ишеткәндәрем яңынан зиһенемде айҡаны: йылға булып аҡҡан ҡан, ерҙең аҫтын өҫкә аҡтарған гранаталар, пушка йәҙрәләре, бомбалар яуғанда автомат тотҡан килеш окоптарҙа тереләй күмелеп ҡалған һалдаттар... Радионы тоҡандырһам, унда ла – һуғыш ауаздары. Танкистар отрядында хеҙмәт иткән санитарка һөйләй: “...Миңә 19 йәш ине, бәләкәс буйлы сибек кенә ҡыҙ баламын. Танктарҙың яғыулығы кәрәсин бит инде, фашистар утҡа тотһа, тоҡана ла китә. Танкистарҙың иҫән ҡалғаны, дөрләп яна-яна, ергә һикерә, мин улар янына йүгерәм, ерҙә тәгәрәтеп, утты һүндерергә тырышам. Үҙемде лә әллә нисә ҡат ялҡын ялманы... Тәнгә үтеп инһә, ҡотолоу юҡ, ит яна башлай... Шул тиклем йәл, йәп-йәш егеттәр, имәндәй ирҙәр ғазапланып йән бирә, ҡотҡарып булмай! Илайым, бүре шикелле олойом, кем ишетһен ул мәхшәрҙә...”
Уф! Радионы тымыҙҙым да район гәзитен ҡулға алдым. “Ҡурай һәм мылтыҡ” тигән мәҡәләне уҡырға тотондом. Фронтовик ауыл хәбәрсеһе яҙған. Эсенә инеп киттем мәҡәләнең, шулай тасуири ине. “...Көнбағыш баҫыуында боҫоп, атакаға приказ көтәбеҙ. Күктә фашист самолеттары өйөрөлә. Алыҫта беҙҙең зениткалар тыҡылдай... Бер “тимер ҡоҙғон”до бәреп төшөрҙөләр, беҙҙән алыҫ та түгел ҡоланы ла шартланы. Башҡалары күпмегәлер юғалып торҙо. Күккә ҡарап һөйләшмәй-нитмәй ятабыҙ. Көн эҫе, һауа томра, түҙәбеҙ, ҡымшанмайбыҙ ҙа хатта. Шул саҡ арыраҡ ятҡан фронтташ дуҫыма иғтибар иттем, бер көнбағыштың һабағын киҫкеләп, юнғылап-тишкеләп хитлана. Башҡорт ул, Ырымбурға сиктәш бер ауылдан. Ҡурайсымын, ти. Еҙ ҡурайы булған да өйөндә ҡалдырған. Улым үҫә, ун дүрт йәштә, уға аманат, ти... Яҡташ булғас, ныҡ дуҫлаштыҡ, әлбиттә. Иҫән ҡайтһаҡ, ҡунаҡҡа йөрөшөрбөҙ, ҡоҙа булышырбыҙ, тип һүҙ беректерҙек: уның улы, минең ике ҡыҙым бар. Ята торғас, эҫегә мәлйерәп йоҡлап киткәнмен. Төш күрәм: сәскәле аҡланда ҡайырып бесән сабам. Ҡайҙалыр, кемдер ҡурай тарта. “Азамат”ты һыҙҙыра... Ҡурай тауышы яҡыная башланы, көсәйгәндән-көсәйҙе. Уянып китһәм, ни күрәм: яҡташым тубыҡ сәнсеп миңә һөйәнеп ултырған да ҡурай тарта. Төштә тигәнем өндә, имеш. Көнбағыш һабағының эсен нисек итеп ҡыуышлатҡандыр, үҙе генә белә. Ҡурай оҙонлоҡ итеп киҫкән дә бармаҡ уйнатырға уйымдар тишеп, һәттойоҡ көй сығара. Бар рота шым ҡалған, ҡурайҙың нимә икәнен белмәгәндәр ҙә моңға арбалған... Шул саҡ беҙҙең флангка танктар килеп терәлде, “Атакаға!” тигән фарман яңғыраны. Өс көн инде бер ҡалҡыулыҡты ала алмайбыҙ, ике урында немецтың таш дзоты ут сәсә...”
Артабан – һуғыш картинаһы. Атыш, ҡырылыш. Балыҡ ҡармаҡлағандай, үҙемде ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте генә эләктереп алдым: ҡурайсы һәләк булған, ә иҫән ҡайтҡан дуҫы уның ғаиләһен барып күргән, ебәрергә өлгөрмәгән хатын тапшырған. Һәм, бәрәкалла, ике ҡыҙын да эйәртеп алып барып, ҡурайсының егет ҡорона ингән улына күрһәткән. Береһен һайлаған егет! Атаһының еҙ ҡурайында һыҙҙырып уйнай, ти үҙе…
Әй, Ғәҙилә инәй... Күптән түгел тимурсылар менән барып сыҡҡайным уға ярҙамға. Хыялыйлығы күңелендә генәлер, донъяһы бөхтә, тәҙрәләрендә бәйләм селтәрҙәр, мейесе ағартылған. Бала-сағаны ҡоймаҡ ҡойоп һыйлап ҡайтарҙы. Улай ҙа бер малайҙы: “Мин мәшәҡәтләнгән арала күпер яғын ҡараштыр, Әрәшитем ҡайтып төшмәҫме?” – тип ҡапҡа алдына сығарып баҫтырып ҡуйҙы... Бысып ярылған утыны ята ине, малайҙар шуны соланына индереп өйҙө. Ҡыҙҙар һыу килтерҙе, иҙән йыуҙы.
– Хөкүмәт ҡарай, Аллаға шөкөр, – тине инәй, – утын-бесәнен килтертә. Кәзәм бар ҙа баһа, бына Ҡупшыҡайым менән икебеҙгә һөтө етеп тора. Туғаныма рәхмәт инде, Зәйетемә, ул йөрөй сатан аяғын аямай миңә ярҙам һорап, кәнсәләр тупһаһын йөҙ тапап...
Мин әлеге Зәйет бабай хаҡында уйландым, ә бер малай бөтөнләй башҡа һүҙгә иғтибар иткән: “Хөкүмәт менән Алла бабай бер кәнсәләрҙә ултыра, был әбейсә”, – тип бөтәһен дә көлдөрҙө. Бәйләнмәнем уға, дөрөҫөрәге, төплө генә итеп нимә әйтергә белмәнем. Әмин ағайҙың киҫәтеүе лә иҫемдә: атеистар тәрбиәләй мәктәп.
Эй, Ғәҙилә инәй... Бәхил бул, исмаһам, ысын донъя рәхәтен күр, ғәзиз балаңдың нурлы рухы менән осраш – яуҙа шәһит үткәндәр сират күперенән атлап түгел, осоп ҡына уҙа ла тура ожмахҡа эләгә, ти. Һин дә, инәй, ожмах түрендә ултырырһың – кемгә зыяның тейгән был фани донъяла?!
Бәғзе ҡалын нәҫелле бәндәне лә шулай күмәкләшеп оҙатмайҙар һуңғы юлға, Ғәҙилә инәйҙе оҙатҡан ише. Һуғыштан ҡайтмаған улын көтөп һарғайған, тоғроларҙан-тоғро әсәләрҙең үрнәге бит ул. Ҡупшыҡайға ла хөрмәт күрһәтелде: уны ауыл осондағы мал зыяратын уратып алған ҡайынлыҡҡа күмделәр.
– Ҡупшыҡайым ауырый, ошо арала ике тапҡыр ташлап ҡараны ла, мине йәлләп, кире ҡайтты, тип торғайны Ғәҙилә күрше яңыраҡ. Бесәй өйөнән китеп юғалып үлә бит, ғәҙәттә. Кистән сығып ултырғандар микән? Ҡупшыҡайы алдан йән биргәндер, юғиһә итәгенән тешләп тартып өйөнә индерер ине. Мәхлүк, бесәйен әйтәм, хужабикәһенең аяҡ осонда тәгәрәп ята. Төнгө һалҡында ни, туңмаҫлыҡмы, ҡапыл шаҡрайтты ла баһа... – Мәрхүмәнең өсөн уҡытып ҡайтҡан ҡартәсәйем шулай тип әсенде.
– Колхозда эшләнеме Ғәҙилә инәй берәй ваҡыт? – Хәсрәтен еңеләйтмәк, уны һорауға күмә башланым.
– Эшләмәй ни! Ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләне әүәл. Хәҙер ни… Зиһене ҡаҡшаны бахырҙың тамам, Рәшитенең ҡайғыһынан арына алманы ла ҡуйҙы.
Зөлхизә өләсәйемде күҙ уңында тотоп, икешәр улын юғалтҡан кешеләр ҙә бар, тиергә уйланым да, Абдрахман олатайымды, әсәйемде иҫләп, өндәшмәнем. Башҡа миҫал килтерҙем.
– Таллы ауылындағы Мөхлисә инәйҙең өс улы һуғышта ятып ҡалған, ти, ул бирешмәгән?
– Һәр кемдең дә йөрәк көсө, зиһен ҡеүәһе бер иш кенә түгел, ҡолоҡасым. – Ҡартәсәйем Ғәҙилә инәйҙәр яғына ҡараған тәҙрә янына барып баҫты ла. – Һүнде... – тип ҡуйҙы.
– Ҡартәсәй, анау Һөйөнгән Зәйет бабайҙың ҡушаматы ҡайҙан килеп сыҡҡан, һөйлә әле?
– Һы... Һиңә ҡыҙыҡ булһа, һөйләйем һуң, хәтереңә теркәп ҡуй, әләйһәң.
– Һуғыштан һуң ир-аттың күпселеге әйләнеп ҡайтманы, ҡайтҡаны ла – ғәрип-ғөрәбә, имен-һауы бик әҙ. Ағзалары теүәленең дә күңеле имгәнгән инде ул... – Ҡартәсәйем шулай алыҫтан башланы. Уны йәүкәләп ҡуйҙым:
– Сулаҡ Мансур ағай, ике аяҡһыҙ ҡайтҡан Йәнсура бабай мәрхүм... (Кәнсәләрҙе йыйыштырған осорҙа халыҡты тотош танып бөттөм тиерлек). Ә был Һөйөнгән Зәйетте бик белмәйем?
– Уның эштән башы сыҡмай, гәп һатып йөрөргә ваҡыты юҡ. Ә ҡушаматымы? Һуғыштан ҡырҡ икенсенең башында уҡ яраланып ҡайтты: һыңар аяғы бәкәленән өҙөлгән, уң ҡулының ике бармағы юҡ. Сатанмын тип торманы ул, ағас аяҡ яһатып кейҙе лә колхоз эшенән ҡалманы. Ә ҡушаматы ҡайтыу менән тағылды, гел бер үк хәбәрҙе һөйләүе арҡаһында. Мин дә бер ишетеп торҙом, һүҙмә-һүҙ тигеләй иҫтә ҡалған, тыңла, тап уныңса бәйән итәм:
– Беҙҙе штрафбаттыҡылар артынан күтәрәләр ине атакаға, ә уларҙы фронттың иң ҡурҡыныс урынына тығалар. Мин яраланған көндә лә... Өс көн, өс төн туҡтауһыҙ алыш барҙы. Пушкалар ата, гранаталар шартлай, миналар ярыла, автоматтар тырылдай – әллә нимес үлемесле ут яуҙыра, әллә үҙебеҙҙекеләр, айырып алырлыҡ түгел. Шул саҡ мина ярсығы прикладтағы ике бармағымды, баш бармаҡ менән һуҡ бармаҡты, ҡыйып үтте, һиҙмәй ҙә ҡалдым, хатта ауыртманы ла кеүек. Бер ҡарағанда, бармаҡтарым ерҙә ҡыймырлап ята ине, икенсе ҡараһам – тупраҡ баҫҡан. Ҡулымдың тотош һулҡылдап һыҙлай башлауына, аяғыма пуля килеп тейҙе, итегем тиҙүк ҡанға тулды... Күҙемде асһам, һул аяғымды киҫкәндәр, гангренанан ҡурҡып. Уң ҡулда ике бармаҡ юҡ, уныһы ярай инде... Аяҡһыҙ нишләрмен? Эргәлә ятҡан яралы урыҫ һалдаты, өҙгөләнеүемде күрептер, әйтеп ҡуйҙы: “Бармаҡһыҙ ғына ҡалһаң, браток, трибуналға эләгер инең”. Үҙенә үҙе атып, аяҡ-ҡул бармаҡтарынан яҙыусылар бар икән, уларҙы дезертирҙан яман хөкөм итәләр, ти, шуны белдем. Эй һөйөндөм, әлдә аяғыма тейгән пуля, тип. Ысын һөйөндөм...