Милли китапханала - Салауат көндәре

Онлайн тәртиптә ойошторолған осрашыуҙар, лекциялар, күҙәтеүҙәр һәм башҡа саралар бар быуын вәкилдәрен бергә тупланы.

Башҡортостанда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыу уңайынан бихисап сара ойошторолдо. Уларҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана ла ҡатнашты. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйылға барлыҡ саралар онлайн тәртиптә үтә.
12 июндән 16 июнгә тиклем китапхананың http://www.bashnl.ru/ сайтында, социаль селтәрҙәрҙә һәм Youtube-каналында https://www.youtube.com/bibliotekavalidi видео форматында осрашыуҙар, лекциялар, күҙәтеүҙәр һәм башҡа саралар дауам итә.
12 июндә Ваҡытлы матбуғат бүлексәһендә башҡорт телендә “Һин – заманға, һин ваҡытҡа һәйкәл” тип аталған видеолекция булды. Унда китапхана хеҙмәткәрҙәре Сосланбәк Тавасиевтың Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөүе тураһындағы тарихи мәғлүмәт менән таныштырҙы.
13 июндә “Виртуаль күргәҙмәләр” бүлегендә башҡорт әҙәбиәтен һәм крайҙы өйрәнеү бүлеге “Шағир һәм хәрби – халыҡ хәтерендә” тип аталған виртуаль күргәҙмәнең исем туйын үткәрҙе. Күргәҙмәлә башҡорт, рус, инглиз, төрөк, эстон телдәрендә нәшер ителгән төрлө авторҙарҙың китаптары тәҡдим ителде. Улар араһында Инга Гвоздикова, Виктор Сидоровтың ғилми тикшеренеүҙәре, Степан Злобиндың билдәле “Салауат Юлаев” романы бар.
Ошо уҡ көндә балалар уҡыуы үҙәгендә “Салауат Юлаевҡа һәйкәл” тип аталған видеоәңгәмә булды. Алып барыусы Милли электрон китапханала тупланған һанлаштырылған китаптар тураһында ла мәғлүмәт бирҙе.
Артабанғы көндәрҙә Нота әҫәрҙәре һәм тауыш яҙмаһы залы “Салауат Юлаев – беренсе башҡорт классик операһы” видеолекцияһы менән сығыш яһаны. Ҡулъяҙмалар һәм һирәк әҫәрҙәр бүлеге “Салауат тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр” тигән һирәк әҫәрҙәргә күҙәтеү яһаны, ә Үҫмерҙәр уҡыуы үҙәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Салауат тураһында һүҙ” тип аталған әҙәби-тарихи сәғәт үткәрҙе.
Был сараларҙа халыҡ күпләп ҡатнашты, һәр быуын вәкилдәре үҙҙәре өсөн файҙалы мәғлүмәттәр алды.
Фото: bashnl.ru
Читайте нас