24 ҡорамал алынды

Күмертау ҡалаһындағы балалар музыка мәктәбе быйыл Рәсәйҙә яңыртылған 1700 сәнғәт мәктәбе иҫәбенә инде.

Күмертау ҡалаһындағы балалар музыка мәктәбе быйыл Рәсәйҙә яңыртылған 1700 сәнғәт мәктәбе иҫәбенә инде. Бындай учреждениеларҙа, ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, музыка уйын ҡоралдары яңыртыла, заманса ҡорамалдар һатып алына.
Күмертау мәктәбенә дүрт миллион һумлыҡ субсидия бирелде. Был аҡсаға 24 ҡорамал, шул иҫәптән рояль, акустик һәм һанлы пианино, башҡа музыка ҡоралдары, ноталы әҙәбиәт, концерт залы өсөн ҡулайламалар һатып алынды.
“Мәҙәниәт” милли проекты ярҙамында мәктәптәге концерт залы видео-проекциялау һәм тауыш ҡорамалдары менән тулыһынса тәьмин ителде. Мәктәп китапханаһын әҙәбиәт менән тулыландырыу, музыка ҡоралдарын яңыртыу дауам итә. Бында балаларҙың ижади һәләтен үҫтреү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас