Унда Салауаттың барлыҡ тормош юлы, яу юлы, кисергән ғазаптары сағылдырылған. Күргәҙмә фотоһүрәттәрҙән һәм уларға аңлатмаларҙан тора. Салауаттың ғәскәрендә төрлө милләт вәкилдәре лә һуғышҡан, ул һәр яугиргә тиң ҡараған, кешеләрҙе талауға юл ҡуймаған. Шуғалыр ҙа уның тураһында төрлө милләт вәкилдәре тик яҡшы һүҙҙәр генә әйткән.