Башҡортостанда милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыу уңайынан бихисап сара ойошторолдо. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйылға барлыҡ саралар онлайн тәртиптә үтә.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Мәҙәниәт министрлығы, Милли музей “Салауат Юлаев: Башҡортостан тарихында образдың һәм шәхестең сағылышы” тип аталған онлайн тәртибендә Zoom платформаһында халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үткәрҙе.
Сарала 50-нән ашыу докладсы һәм шәхес тарихын өйрәнеүсе, ҡыҙыҡһыныусы ҡатнашты. Ҡотлау һүҙе менән Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ начальнигы Азат Бадранов сығыш яһаны. Сараның модераторы Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев булды. Сара барышында шәхестең Башҡортостан тарихында, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында батыр хаҡындағы фильм ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы, республикалағы музейҙарҙың шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса алып барған эше, йәштәр араһында исемен популярлаштырыу хаҡында һөйләштеләр. Фольклорҙа ла, һәр төр сәнғәттә лә, музей эшендә лә батырыбыҙҙың исеме даими рәүештә мәңгеләштерелә килә.
Ә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды менән берлектә “Башҡорт теле: Салауат Юлаев шиғырҙарынан хәҙерге көндәргә тиклем” тип аталған онлайн-конференция ойошторҙо.
Башҡортостандың Милли симфоник оркестры батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыу айҡанлы беҙгә үҙенсәлекле бүләк эшләне – YouTube каналында тура бәйләнештә “Салауат Юлаев” операһына увертюра башҡарҙы.
Ижади коллективҡа Дмитрий Крюков дирижерлыҡ итте.
“Салауат Юлаев” операһы ла шулай уҡ тамашасыларға онлайн рәүештә тәҡдим ителде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының YouTube каналында күрһәтелгән опера бынан 66 йыл элек күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилев тарафынан шағир Баязит Бикбай либреттоһына ижад ителә. Ул дүрт хәрәкәттән, ете күренештән тора. Операның сюжет нигеҙендә милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорт ерҙәре өсөн көрәшеүе, Емельян Пугачевҡа ҡушылыуы һүрәтләнә.
З. Вәлиди исемендәге милли китапханала “Һин – заманға, һин ваҡытҡа һәйкәл” тип аталған видеолекция булды. Унда китапхана хеҙмәткәрҙәре Сосланбәк Тавасиевтың Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөүе тураһындағы тарихи мәғлүмәт менән таныштырҙы.
“Виртуаль күргәҙмәләр” бүлегендә башҡорт әҙәбиәтен һәм крайҙы өйрәнеү бүлеге “Шағир һәм хәрби – халыҡ хәтерендә” тип аталған виртуаль күргәҙмәнең исем туйын үткәрҙе. Күргәҙмәлә башҡорт, рус, инглиз, төрөк, эстон телдәрендә нәшер ителгән төрлө авторҙарҙың китаптары тәҡдим ителде. Улар араһында Инга Гвоздикова, Виктор Сидоровтың ғилми тикшеренеүҙәре, Степан Злобиндың билдәле “Салауат Юлаев” романы бар.
Ошо уҡ көндә балалар уҡыу үҙәгендә “Салауат Юлаевҡа һәйкәл” тип аталған видеоәңгәмә булды. Алып барыусы Милли электрон китапханала тупланған һанлаштырылған китаптар тураһында ла мәғлүмәт бирҙе.
Артабанғы көндәрҙә Нота әҫәрҙәре һәм тауыш яҙмаһы залы “Салауат Юлаев – беренсе башҡорт классик операһы” видеолекцияһы менән сығыш яһаны. Ҡулъяҙмалар һәм һирәк әҫәрҙәр бүлеге “Салауат тураһындағы тәүге мәғлүмәттәр” тигән һирәк әҫәрҙәргә күҙәтеү яһаны, ә Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Салауат тураһында һүҙ” тип аталған әҙәби-тарихи сәғәт үткәрҙе.
М.В. Нестерев исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының Стәрлетамаҡ ҡалаһы филиалы картиналар галереяһы ла мөһим саранан ситтә ҡалманы. Бында онлайн форматта “Башҡорт рәссамдары әҫәрҙәрендә Салауат Юлаев образы” тип аталған виртуаль күргәҙмә үтте.
Башҡорт мәҙәниәте өсөн Салауат Юлаев образы Урал батыр образы кеүек үк бик ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙың характерҙары быуаттар буйы формалашҡан һәм милли символ кимәленә еткерелгән. Салауаттың йөҙ-ҡиәфәтен дә күптәр яҡшы күҙ алдына килтерә ала. Бында беҙҙең рәссамдар һәм скульпторҙарға ҙур рәхмәт әйтергә кәрәк. Улар араһында А.П. Лежневтың эштәре алдынғылар иҫәбендә. Шулай уҡ А. Кузнецов, Т. Нечаева, А. Тюлькин, Р. Ишбулатов, Г. Мостафин, С. Тавасиевтарҙың эштәре лә ҙур иғтибарға лайыҡ. Сосланбәк Тавасиевтың билдәле һәйкәле иһә республикабыҙ һәм Өфөбөҙҙөң йөҙө булып тора.
Сибай һәм Нефтекама ҡалаларының сәнғәт әһелдәре лә тамашасыларын онлайн алымда булһа ла байрам саралары менән ҡыуандырҙы, Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы Салауат Юлаевҡа арналған фильмдар теҙмәһен, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры “Салауат” спектаклен тәҡдим итте.
Сибай театр-концерт берләшмәһенең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә “Сулпан” балалар театрының “Ҡәнифә юлы” спектаклен күрһәттеләр. Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса ҡуйылған был спектаклдә Ҡәнифә юлына бәйле легендаларҙы сәхнәләштергәндәр. Төп ролдәрҙе Яҙгөл Ниғмәтуллина, Айгөл Юлмөхәмәтова, Фәһим Сөнәғәтов, Борис Мәхмүтов башҡара.
Сибай театр-концерт берләшмәһе тура эфирҙа тамашасыларын “Батырҙарын данлар илем бар” музыкаль драмаһы менән ҡыуандырыуҙан тыш, уларға шиғри марафон да тәҡдим итте. Көн оҙононда ижади берләшмә артистары Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләгән видеояҙмалар “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмгә ҡуйылып барҙы. Сибайҙар “Аҫаба булған ҡанбабам, аҫаба булыр балам” концертын да тура бәйләнештә күрһәтте.
Уларҙан Нефтекама дәүләт филармонияһы ла ҡалышманы. Ойошма Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тулыуға “Оран” исемле шиғри-музыкаль кисә арнаған. Улар үҙҙәре “Бәйләнештә” селтәрендә хәбәр итеүенсә, был сарала Салауат халыҡты әйҙәүсе, башҡорт милләтенең рухи етәксеһе булараҡ һынландырылған.
Моң һәм нәфис һүҙ аша филармония артистары Раян Алтыншин, Илгиз Миниәхмәтов, Иршат Ҡарасурин, Азат Ҡарасурин, Розалия Иҙелбаева тамашасыларҙы Салауат Юлаевтың шәхесе, уның ижады менән таныштырҙы.
Салауат Юлаевтың тыуған көнөн кино сәнғәте вәкилдәре лә ситләп үтмәне. Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы тарафынан милли батырыбыҙға арналған документаль фильмдар тәҡдим ителде. Малик Яҡшымбәтов төшөргән “Салауат Юлаев көндәре”, Г. Шеваров, А. Морозовтың “Мин – Салауат”, Әмир Абдразаҡовтың “Һынмаҫ рух” картиналары YouTube каналында һәм урындағы республика телеканалдарында күрһәтелде.