Ҙур уңыштар һеҙгә, Лариса Хашим ҡыҙы!

Хеҙмәттәшебеҙ, танылған шағирә, тәжрибәле журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Лариса Абдуллинаға яуаплы вазифа йөкмәтелде.

“Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире итеп Ш. Бабич исемендәге йәштәр һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге республика премиялары лауреаты, хеҙмәттәшебеҙ Лариса Абдуллина тәғәйенләнде.
Танылған шағирә, тәжрибәле журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Лариса Хашим ҡыҙы журналистика өлкәһендә 1994 йылдан алып арымай-талмай хеҙмәт итә. “Башҡортостан” гәзитендә ул 2008 йылдан бирле эшләне, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире бурысын оло ихласлыҡ, фиҙакәрлек менән лайыҡлы атҡарҙы, дөйөм үҫешкә, милли баҫма менән уҡыусылар араһындағы бәйләнеште нығытыуға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе.
“Аҡбуҙат” – республикала балалар өсөн ай һайын сыҡҡан әҙәби-нәфис журнал. Баҫмаға ла, яңы мөхәрриргә лә аҡ юл теләйбеҙ. Ҙур уңыштар һеҙгә, Лариса Хашим ҡыҙы!
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас