Йәй етһә, башҡорт йәмғиәтенең иң түҙемһеҙләнеп көткән киң ҡоласлы сараларының береһе ул “Ҡош юлы”. Республика гитарала уйнап йырлаусылар фестивале тәбиғәт ҡосағында үтеүе, өс көн дауамында барыуы, уның сиктәрендә шиғриәт бәйгеһе уҙғарылыуы, йыл да ниндәй ҙә булһа шағирҙың ижадына арналыуы, яңы исемдәр асыуы менән үҙенсәлекле.
Һуңғы арала донъяла ҡуйырған хәлдәр “Ҡош юлы”на ла йоғонто яһамай ҡалманы, әлбиттә. Йылдағыса, интернет аша беренсе турға ҡатнашыусылар йыйыуҙары хаҡында хәбәр итһәләр ҙә, йәй көнө фестивалдең булыу-булмауы әлеге көнгә тиклем билдәһеҙ ине. Кисә иһә хәрәкәттең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә ошондай яҙыу пәйҙә булды:
“Ә БЫЙЫЛ "ҠОШ ЮЛЫ" БУЛАСАҠМЫ?
Буласаҡ! Һәр хәлдә, тик яшыға ғына өмөт итәбеҙ һәм гитара моңон, шиғриәт сыңын яратҡандарҙы 31 июль, 1, 2 август Ҡыйғы районында үтәсәк фестивалгә саҡырабыҙ!
Кисә "Ҡош юлы"ның ойоштороусылары Ҡыйғы районына "разведка"ға барып ҡайтты, район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко менән осрашты, "Ҡош юлы" үтәсәк яланды ҡараны (фотоларҙа) һәм бик ҡәнәғәт ҡалды. Шулай булмай ни, урындың матурлығы! Иркен ялан, тауы, ҡаяһы бар, эргәлә генә Әй йылғаһы аға.
Быларҙан тыш, ойоштороусылар Йыланлы ауылындағы Рафаэль Сафиндың музейында ла булды. Быйылғы фестиваль тап был шағирҙың ижадына арналасаҡ.
Әмәлгә ҡалғандай, кисә ҡыйғылар үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы - Әй фонтаны янындағы ҡарау майҙансығын асыуҙы туйлай ине. "Ҡош юлы"нан музыкаль күстәнәс итеп, Тимур Йосопов гитараға ҡушылып йырлап та ишеттерҙе.
Форсаттан файҙаланып, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡатнашырға теләүселәр, һеҙ ай аҙағына тиклем гитарала йыр башҡарып төшкән видеояҙмағыҙҙы йәки 8-10 шиғырҙан торған ижади шәлкемегеҙҙе беҙгә ебәрә алаһығыҙ.
"Ҡош юлы"нда осрашҡанға тиклем!”
Ойоштороусыларҙың да, ҡатнашыусыларҙың да, фестивалгә ял итергә килергә теләүселәрҙең дә теләктәре бойомға ашыр, тип өмөт итәйек.