Сибай ҡалаһындағы сәнғәт мәктәбенең “Толпар” өлгөлө хореография ансамбле солисы Мәликә Байғужина “Байыҡ-2020” балалар телевизион конкурсында Гран-при яуланы. Тырыш ҡыҙҙы конкурсҡа ансамбль етәксеһе Алһыу Хафизова әҙерләгән.
- Мәликә өсөн быйылғы йыл уңышлы булды. Сит илдә үтәсәк бейеү конкурсына йыйынған ҡыҙҙың пландарын коронавирусҡа бәйле пандемия боҙһа ла, ул юғалып ҡалманы: бейеү буйынса интернет-конкурстарҙа бик теләп ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы: Мәликә халыҡ-ара бейеү конкурсында еңеү яуланы һәм көҙ көнө Италияла үтәсәк конкурсҡа саҡырыу алды, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Алһыу Хафизова.
Сибайҙың йәш һәм өмөтлө бейеүсеһенә артабан да уңыштар йылмайыуын теләйбеҙ!
Фото: Мәликә Байғужинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.