Положениеға ярашлы, премия 2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың авгусына тиклемге осорҙа донъя күргән иң яҡшы мәҡәләләр, теле-радио тапшырыуҙар өсөн журналистарға һәм коллективтарға тапшырыласаҡ.
Документтар 2020 йылдың 1 сентябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Журналистар союзы, 817-се офис (Матбуғат йортоноң 8-се ҡатында). Телефон: (347) 276-42-66. Тулы мәғлүмәт менән Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы, Журналистар союзы сайттарында таныша алаһығыҙ.