Азалия Вәлиева. Бөгөн уны күптәр танылған йырсы тип белә. Бер үк ваҡытта ул – уңышлы эшҡыуар, донъяһын гөл кеүек итеп тотҡан уңған хужабикә, ир ҡатыны, һөйөклө әсә, өс бер туғаны өсөн атай-әсәйҙе алмаштырған терәк һәм таяныс. Хисле шиғырҙар яҙған, сәхнәне бар йөрәге менән яратҡан, берсә шаян, берсә уйсан булмышлы гүзәл ханым ул. Йырҙары Башҡортостан, Татарстан радио һәм телеканалдарында яңғырай, абруйлы премияларға лайыҡ була, ә үҙе ижадташ дуҫтары менән республикабыҙҙың төрлө төбәктәренә, күрше өлкәләргә гастролдәргә йөрөп, зал тулы тамашасы йыйып, концерттар ҡуя. Шул уҡ ваҡытта Бөрйән районының үҙәгендә “Хазина” тип аталған күркәм кафеһы, мебель магазины һәм цехы гөрләп эшләп тора. Барыһына ла нисек өлгөрә Азалия? Был һорауға яуапты “Йома ҡунағы” рубрикаһы өсөн ҡорған әңгәмәбеҙҙә табырға тырыштыҡ.
– Азалия, беренсе һорауыбыҙ тап шулай яңғырай: барыһына ла нисек өлгөрәһең ул?
– Мин һәр эште яратып, күңелемде биреп башҡарам. Эшһеҙ тора ла алмайым шикелле. Быйылғы яҙҙа кафелар, магазиндар күпмелер ваҡыт эшләмәй торорға мәжбүр булды, шул саҡта эшемде һағынып бер булдым.
Әлбиттә, уңышҡа өлгәшеү өсөн ҙур тырышлыҡ кәрәк. Һәр уңыш артында әллә күпме мәшәҡәт, йоҡоһоҙ төндәр, алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт ята. Һөҙөмтә булһын тиһәгеҙ, ваҡыт ҡәҙерен белеү зарур. Мин ҡайһы берҙә хатта йоҡо өсөн бүлгән ваҡытымды йәлләйем.
Ә инде эшҡыуарлыҡҡа килгәндә, бында ғаиләмдең ярҙамын, минең янымдағы команданың берҙәмлеген билдәләмәйенсә булмай. Эште тормош юлдашым Артур менән бергә алып барабыҙ. Ҡыҙыбыҙ Гүзәл дә үҙ эшен асып, ныҡлы ғына аяҡҡа баҫып килә. Барлығы ун кешегә эш урыны булдырғанбыҙ. 2014 йылда ошо кафены асҡан саҡта эшкә алған ҡыҙҙарым менән әле булһа уртаҡ һүҙле, берҙәм коллектив булып эшләп киләбеҙ. Был да күп нәмә тураһында һөйләй, минеңсә.
– Ә эшҡыуарлыҡҡа нисек тотоноп киттең?
– Үҙ эшемде 16 йәштә башланым тиһәм, ышанырһығыҙмы икән? 90-сы йылдарҙы иҫләйһегеҙҙер: етешһеҙлек, магазин кәштәләре буш. Шул мәлдә Магнитогорск ҡалаһына барып, тауар алып ҡайтып, Бөрйәндә һата башланым. Хәҙер уйлайым да аптырайым: атай-әсәйем мине нисек ебәрҙе икән? Моғайын, ныҡ үҙаллы булғанмындыр. Ғаиләләге дүрт баланың иң олоһо булыу ҙа холоҡ-фиғелемә үҙ эҙен һалған. Алып ҡайтҡан тауарым, ғәҙәттә, өс-дүрт көнгә етә, унан инде поезд менән йәнә Магнитҡа юлланам.
16 йәшемдә Бөрйәндә тәүге киоск асып ебәрҙем. Төшкә тиклем уҡыйым, төштән һуң эшләйем. Әлбиттә, яҡындарым да ярҙам итте, иңен ҡуйҙы. Был эштәргә дәртләндереүсе кеше олатайым булды. Ул минең бәләкәй генә башланғыстарымды хуплап, уңышҡа әйҙәй белде. Артабан уҡыу, “Юлдаш” радиоһында эшләү осоронда эшҡыуарлыҡты күпмелер ваҡытҡа ҡалдырып торорға тура килде.
– Социаль селтәрҙә “Юлдаш”та эшләгән йылдарың тураһында матур хәтирәләреңде уҡырға тура килгәне бар...
– Тормошта үҙеңде һынап ҡарауҙан ҡурҡырға ярамай. Һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылырға, ныҡышмал булырға кәрәк. Шул саҡта барыһы ла килеп сығасаҡ. Әсәйем менән атайым журналистика өлкәһендә үҙ кеше булды – урындағы Бөрйән районы радиоһында эшләне, шуға күрә “Юлдаш” радиоһына алып барыусылар конкурсы иғлан ителгәс, үҙемде һынап ҡарарға булдым һәм барыһы ла уңышлы килеп сыҡты. “Мода көндәлеге”, “Хеҙмәт биржаһы” рубрикаларын, яратҡан тапшырыуым “Ритайым”ды алып барҙым. “Юлдаш”тағы мөхит, мәҙәни донъя яңылыҡтарының уртаһында ҡайнау үҙемә лә ижадҡа тотонорға этәргес булды. “Күңелем бураны” тип аталған тәүге альбомымды 2004 йылда, тап радиола эшләгән осоромда, сығарҙым. Хәҙер ул йылдарҙы, бергә эшләгән иптәштәремде һағынып, айырым бер йылылыҡ менән иҫкә алам. Әле лә яҡшы бәйләнештә йәшәйбеҙ, яңыраҡ ҡына “Юлдаш”та тура эфирҙа булып ҡайттым.
– Артабан йыр менән эшҡыуарлыҡты бергә дауам итергә тура килдеме? Ни өсөн тап йорт йыһазы һатыуҙы һайланығыҙ?
– Уға тиклем башҡа йүнәлештәрҙә лә эшләп алдым әле. Мәҫәлән, 2005 йылда йырсы Ғәлинур Юламанов менән телефон салоны астыҡ.
Мин йондоҙнамә буйынса Йылан йылында тыуған “Үлсәү”мен. Уларға матурлыҡҡа ынтылыу, һәр нәмәне зауыҡлы итергә теләү хас, тип ҡылыҡһырлайҙар. Мин дә йорт өсөн кәрәкле әйберҙәр һатылған сауҙа нөктәләрендә йөрөргә, ҡарарға, баһаларға яратам. Тауарға барған ыңғайы бер нисә тапҡыр таныштарға, туғандарға матур өй йыһазы алып ҡайтып бирҙем.
Ул саҡта Бөрйәндә мебель магазины бөтөнләй юҡ ине. Кешеләр бер-береһенән ишетеп, мөрәжәғәт итә башланы. Шулай итеп, 2007 йылда үҙебеҙҙең мебель магазинын асып ебәрҙек. Таныштар, дуҫтар, хатта бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҙә ярҙам итте. Мәҫәлән, Ағиҙел ҡалаһына мебель ҡарарға барғас, ундағы фабриканың етәксеһе Филүс Кәшфулла улы Ғилфанов 215 мең һумлыҡ йыһазды һуңынан түләүгә тип ышанып биреп ҡайтарҙы.
Бына шулай ҡыҙыҡ донъя ул бизнес. Әгәр үҙең кешегә асыҡ, яҡшы мөнәсәбәттә булһаң, изге күңелле кешеләр осрап, һәр яңы башланғысың өсөн юлдар асылып тора.
– Ә цех асыу идеяһы нисек тыуҙы?
– Мебель магазинында эш әкренләп алға китте. Беҙ Салауаттан, Өфөнән, Пензанан тауар ташыныҡ. Әммә заказ менән килгән комплекттарҙың йә берәй өлөшө тулы булмай сыға, йә быялаһы ярылған. Шул саҡта үҙебеҙҙең мебель цехын асыу уйы тыуҙы. Әлбиттә, башта ниндәйҙер икеләнеүҙәр булды, әммә тәүәккәлләп эшкә тотонғас, Бөрйәндә тәүге һәм берҙән-бер мебель цехы эшләп китте. Район хакимиәте субсидия менән ярҙам итте, ул суммаға кәрәкле ҡорамалдар, станоктар һатып алдыҡ. Бына шулай, оҫта ҡуллы егеттәребеҙ менән бергә уй-ниәтте тормошҡа ашырып, тыуған районыбыҙҙың халҡын матур ҙа, сифатлы ла йыһаз менән тәьмин итә башланыҡ. Заказдарҙың, мәҫәлән, кухня, йоҡо бүлмәһе, зал өсөн гарнитур кеүек әйберҙәрҙең дизайнын үҙем эшләйем. Әлбиттә, хужаларҙың да теләге иҫәпкә алына.
– Тимәк, һин – дизайнер ҙа. Был һәләт тә ижади булмышың хаҡында һөйләйҙер. Шулай уҡ йырҙарыңа шиғырҙарҙы ла үҙең яҙаһың. Ижадҡа ынтылыш бала саҡтан киләме?
– Эйе, мәктәп йылдарынан яҙышырға яраттым, йәш хәбәрсе булдым. Дөрөҫ әйтәһегеҙ, бөтә йырҙарымдың һүҙҙәрен үҙем яҙам, сөнки һинең кисерештәреңде, уйҙарыңды үҙеңдән башҡа бер кем дә бар тулылығында әйтеп, асып бирә алмайҙыр ул. Икенсе яҡтан, күңелемдә тулышҡан хистәрҙе ҡағыҙға төшөрһәм, нисектер еңелерәк булып китә.
– Ә йырға һәләт кемдән килә?
– Йырға һәләт – нәҫелдән. Атайым да, әсәйем дә, өләсәй-олатайҙарым да матур йырланы һәм уларҙағы моң – ғаиләләге дүрт балаға ла бирелгән ҡөҙрәтле бүләк. Гүзәлиә, Физәлиә һеңлеләрем дә, Азамат ҡустым да матур йырлай.
70-се йылдарҙа әсәйем, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә, әммә ауылынан бер ҡайҙа ла сығып өйрәнмәгән ҡыҙ, һағыныуына түҙә алмай, уҡыуын ташлап ҡайтып китә. Гел үкенде шул аҙымына, шуға күрә балаларының сәхнәгә сығыуын түҙемһеҙләнеп көттө.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе бик иртә юғалттыҡ. 2015 йылда әсәйем мәрхүмә булғас, күңелде әйтеп аңлатҡыһыҙ һағыш, бушлыҡ биләп алды, йырлау, сәхнәгә сығыу теләге һүнде. Башҡаса йырламаясаҡмын, тип ҡарар иттем. Әсәйем йыш төшөмә инә ине. Бер мәл үҙемде сәхнәлә баҫып торам тип күрәм, шул саҡ әсәйем ҙур гөлләмә алып килеп тотторҙо. Был төштө уның минең йырлауымды теләүе тип ҡабул иттем һәм үҙемдә яңынан ижадҡа тотонорға көс таптым.
Йырҙарымдың көйҙәрен Гүзәлиә һеңлем яҙа. Уның менән сәхнәлә бергә йыш сығыш яһайбыҙ. Һеңлемдең күңеленән моң үҙенән-үҙе урғылып тора кеүек, шундай талантлы туғаным булыу менән бәхетлемен. Бына шулай, әсәйебеҙҙең хыялын тормошҡа ашырып йәшәп киләбеҙҙер, йәне беҙҙең өсөн ҡыуаналыр, тип уйлайым.
– Тормошта, эштә, ижадта көс-ҡеүәтте ҡайҙан алаһың?
– Ғаиләмдән, яҡындарымдан. Әсәйҙе, бер йыл элек атайҙы юғалтыу беҙҙе, дүрт бер туғанды, нисектер тағы ла нығыраҡ яҡынайтты кеүек. Өлкән бала булараҡ, электән дә һеңлеләрем, ҡустым өсөн яуаплылыҡ хисе ҙур булды, әле лә һәр яҡлап терәк-таяныс булырға тырышам.
Хисле кеше булһам да, тормоштағы ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмайым. Ғәҙелһеҙлек, тупаҫлыҡ алдында, әлбиттә, күңел сайпылып китә, әммә мин ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булып, ҡаршылыҡтарҙы йылмайып еңеп, алға атлап өйрәнгәнмен.
Атайым Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан, нәҫел ебебеҙ данлыҡлы Әбйәлил ишан, Сабир хәҙрәттәргә барып тоташа. Мин уларҙың алтынсы быуын вәкиле булам. Ниндәйҙер эш башлаһам, ошо изге заттарҙың рухи ярҙамын тоям төҫлө, үҙебеҙ ҙә уларҙың рухына бағышлап, ҡорбандар салдырып торабыҙ.
– Татарстан сәхнәләрен яулауыңды, күрше республика менән хеҙмәттәшлегеңде төрлөсә ҡабул итәләр...
– Сәнғәт өсөн, йыр-моң өсөн сиктәр юҡ, тип һанайым. Бөгөн минең йырҙарым күрше республиканың теле-, радиоканалдарында яңғырай, уларҙың абруйлы премияларын яулай, улар мине үҙҙәре саҡырып клиптар төшөрә икән, бында бер хилафлыҡ та күрмәйем. Был – шоу-бизнес. Уның үҙ ҡағиҙәләре. Был өлкәлә беҙгә күршеләрҙән өйрәнәһе әйберҙәр күп. Улар таланттарҙы күтәрә лә, аҡса эшләй ҙә белә.
Беҙҙең халыҡ шундай һәләтле, бына тигән йәш таланттарыбыҙ бар! Улар үҙебеҙҙә үҫеп, үҙ халҡыбыҙға хеҙмәт итһен ине. Бының өсөн шарттар булдырырға кәрәк һәм тар күңеллелектән, кеше уңышына көнләшеүҙән арыныу зарур. Күршеләрҙә эшләп, мин шуны аңланым. Әммә быны халҡыма хыянат кеүек ҡабул итергә кәрәкмәй. Кеше һәр ваҡыт үҫешкә, яңылыҡҡа ынтылырға тейеш. Нимә генә тимәһендәр, мин барыбер тыуған ерен, халҡын ихлас яратҡан ябай башҡорт ҡыҙы – Бөрйән ҡыҙы Азалия Вәлиева булып ҡалам.
– Гәзит уҡыусыларға теләктәрең...
– Бәхетте һәр кем үҙе булдыра, һәр кемдең был ерҙә – үҙ яҙмышы, үҙ юлы. Ғүмер – шундай ҙур бүләк! Яратып, яратылып, йырлап, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн булып, изгелектәр генә ҡылып йәшәйек һәм барығыҙҙы ла, Алла бирһә, көҙ баш ҡалабыҙ Өфөлә үтәсәк ҙур концертымда көтөп ҡалам.