Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Илеш районының Ябалаҡ ауылында 300 тамашасыға иҫәпләнгән яңы клуб һалына.
Төҙөлөштөң смета хаҡы 28 миллион һумдан ашыу. Бинала шулай уҡ китапхана һәм балалар музыка мәктәбе урынлашасаҡ. “Строймонтаж” йәмғиәтенең подряд ойошмаһы клубты быйыл ноябрҙә сафҡа индерергә ниәтләй.
Әле бында стеналар күтәрелгән, ҡыйыҡ ябырға әҙерләнәләр. Бер үк ваҡытта объектты технологик ҡорамалдар, йыһаз һәм музыка ҡоралдары менән тәьмин итеүгә әҙерлек бара.
Илеш районы башлығы Илдар Мостафин әйтеүенсә, ҡуйылған бурысты үтәп, объектты ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, һауа шарттары ҡулай, төҙөлөш материалдары һәм кадрҙар етерлек.