Бөтә яңылыҡтар

Лилиә Ишемйәрова тыуған көнөн ниндәй яңылыҡтар менән ҡаршылай?

Бөгөн танылған йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова тыуған көнөн билдәләй. Ул ниндәй матур яңылыҡтары менән уртаҡлашты?

Бөгөн танылған йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова тыуған көнөн билдәләй.
Йырсы быйылғы тыуған көнөн бик матур ваҡиғалар, күңелле яңылыҡтар менән ҡаршы ала.
“Тыуған көндө ҡаршы алыу йылдан-йыл күңелле: бөгөн социаль селтәрҙәр һәм телефон аша шул тиклем күп ҡотлауҙар ҡабул итәм! Ижадымды ҙурлаған, уның менән ҡыҙыҡһынған, ҡотлаған туғандарыма, дуҫтарыма, тамашасыларыма ҙур рәхмәтлемен!” – ти йырсы.
Күптән түгел Урал менән Лилиә ҡайны-ҡәйнә булыу бәхетен кисергән. “Ҡыҙыбыҙ Зөлхизәнең никахын үткәрҙек, матур башҡорт ғаиләһенә килен булып төштө. Кейәүебеҙ ҡайныһының аҙашы – Урал исемле”, - тип күңелле яңылыҡтары менән уртаҡлашты Лилиә.
Әлеге мәлдә йырсы тағы ла матур хәстәрҙәр менән мәшғүл: ғаиләһе менән тыуған яғы - Ейәнсураға, ғәзиз әсәһе янына ҡайтып, ярҙам итеп, бер ыңғай ял итеп килмәксе.
Яратҡан йырсыбыҙҙы тыуған көнө менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Фото: Л. Ишемйәрованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас