Белорет ҡалаһынан мәктәп уҡыусыһы "ГИТИС оҫтаханаһы" конкурсы финалына сыҡҡан.
"М быуыны" ижади-хәйриә конкурсы сиктәрендә ойошторолған "ГИТИС оҫтаханаһы" конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда беренсе өсәү араһында, Әстерхан һәм Красноярск балалары менән бер рәттә, Белорет ҡалаһының 17-се гимназияһы уҡыусыһы Арина Ковалева ла бар. 16 йәшлек ҡыҙ Андрей Платоновтың "Әле әсәй" хикәйәһенән өҙөктө "М быуыны" проекты сайтына һалған.
Ҡыҙ бындай уңышҡа өлгәшеренә өмөт итмәгән, сөнки унда бөтә Рәсәйҙән 350-нән ашыу үҫмер ҡатнашҡан. Ул артабан да ошо йүнәлештә эшләүен дауам итергә йыйына. Киләсәктә илебеҙҙең билдәле театрында сығыш яһарға йәки кинола төшөргә хыяллана.
Әйткәндәй, "М быуыны" төркөмөнә 150-нән ашыу танылыу алған оҫталар инә: Третьяков галереяһынан педагогтар, йырсы Полина Гагарина, модельерҙар Вячеслав Зайцев һәм Игорь Гуляков, режиссёрҙар Владимир Грамматиков һәм Александр Адабашьян, Борис Грачевский һәм "Непоседа" студияһы.
Конкурс еңеүселәре илдең ҙур киностудияларында стажировка үтеү, йондоҙҙар менән ҙур сәхнәгә сығыу, Третьяков галереяһында шәхси күргәҙмәләрен ойоштороу һәм ГИТИС-ҡа уҡырға инеү мөмкинлеген ала.
Аринаға уңыштар теләйбеҙ!