Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Август 2020, 14:31

Дуҫлыҡ сағылышы булып һәйкәл ҡалҡты

Татарстанда бөйөк шағирыбыҙҙың иҫтәлеге мәңгеләштерелде.

Кисә Ҡазанда Мостай Кәрим исемендәге скверҙа Социалистик Хеҙмәт Геройы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асылды. Тантанала Татарстан һәм Башҡортостан етәкселәре – Рөстәм Миңлеханов менән Радий Хәбиров ҡатнашты.


Скульптура Урал тауҙары һикәлтәһендә ултырған шағирҙың фигураһын үҙ эсенә алған ҡат­марлы композицияны кәүҙәлән­дерә. Дөйөм хаҡы – 45 миллион һум. Һәйкәлдең авторы – илдең Рәссамдар союзы рәйесе, Рәсәй­ҙең халыҡ рәссамы, скульптор Андрей Ковальчук. Ул Татарстан Президентының рәхмәтенә лайыҡ булды һәм Башҡортостандың дәүләт наградаһын – Халыҡтар дуҫлығы орденын алды.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәйкәл ике республиканың Рәсәй файҙаһына сәскә атыуы һәм үҫеше символы буласаҡ.

– Ҡазан үҙәгендә Мостай Кәримгә һәйкәл асыу – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Мостай Кәрим һәр саҡ рухи остазыбыҙ булды. Ул Татарс­танды яратты һәм ике туған­даш халыҡтың дуҫлығын һәр саҡ хупланы. Рөстәм Нурғәле улы, ошо һәйкәлдең асылыуын Башҡорт­остан менән Татарстандың ҡаҡ­шамаҫ дуҫлығы, беҙҙең аралағы ысын ир-егеттәр дуҫлығы символы итеп иҫәпләргә рөхсәт итегеҙ, – тине ул.
– Былтыр, Башҡортостанға 100 йыл тулған осорҙа, беҙ Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асҡай­ныҡ. Быйыл иһә Татарстанға 100 йыл тула. Бөгөн халыҡтарыбыҙ өсөн йәнә шатлыҡлы ваҡиға, башҡорт әҙәбиәте классигы, шағир, драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, исем-шәрифе Рәсәй һәм донъя әҙәбиәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған Мостай Кәримгә һәйкәл асабыҙ. Мостай Кәримдең әҫәр­ҙәре тәрән мәғәнәһе, ихласлығы, тел байлығы, милли башҡорт калориты менән һәр саҡ айырылып торҙо, – тине Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, ҡу­наҡтарҙы сәләмләп.
Ул Радий Хәбировты ике республика араһындағы мөнәсәбәт­тәрҙе нығытыуға тос өлөш индер­гәне өсөн ТАССР-ҙың 100 йыллы­ғына арналған миҙал менән бүләкләне.
Шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов олатаһының Татарстанға һөйөүе бала саҡтан, Ғабдулла Туҡайҙың шиғырҙарын тыңлағанда уҡ тыуыуы тураһында һөйләне.
– Ҡазан уның өсөн һәр саҡ һөйөклө ҡала булды. Хәсән Туфан, Риза Ишморат, Ғариф Ахунов, Сара Садиҡова, Роберт Миңнул­лин һәм башҡалар уның яҡын кешеләре ине. Татарстандың беренсе Президенты Минтимер Шәймиев менән дә ҙур дуҫлыҡ бәйләне уны. Татарстан һөйөүгә һөйөү менән яуап бирҙе. Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеха­новҡа, скульпторға, архитек­тор­ҙарға ғаиләбеҙ исеменән рәхмәт. Мостайҙың йөҙө әүәлгесә берҙәм мәҙәни киңлектең, туғандаш ха­лыҡтар араһындағы бер-береһенә сикһеҙ һөйөү билдәһе булып ҡалһын, – тине Тимербулат Кәримов.

Читайте нас: