Борай районы мәҙәниәт йортонда Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле яҙыусы-сатирик, шағир, йәмәғәт эхшмәкәре Марсель Сәлимовтың ижад кисәһе булды.
Залдағы билдәле яҡташтары, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеп, Марсель Шәйнур улы быйылғы осрашыуының тыуған Борай районының 90 йыллығына бағышланыуы хаҡында белдерҙе.
Әҙип яҡташтары, дуҫтары, “Һәнәк” журналында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре тормошонан күп кенә ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләне, иҫтәлекле фотоһүрәттәр күрһәтте. Яҡташтары Марсель Сәлимдең тыуған яҡ тураһындағы шиғырҙарын кинәнеп тыңланы.
Әҙиптең юбилей кисәләрендә төшөрөлгән видеокадрҙарҙан Башҡортостандың халыҡ шағирҙары М. Кәрим, Р. Бикбаев, Татарстандың халыҡ шағиры Р. Миңнуллиндың сығыштары күрһәтелде.
Үҙәк район китапханаһы Марсель Сәлимовтың китаптарынан күргәҙмә ойошторҙо. Борай районы үҙәкләштерелгән китапханалар селтәренең баш методисы Ирина Исмәғилева әйткәнсә, уҡыусылар Марсель Сәлимовты ҡыйыу сатираһы, үткер юморы өсөн ярата. “Китапханалар фондында уның бөтә китаптары ла бар”, – тине ул.
Яҙыусы тыуған районы китапханаларына Мәскәүҙә русса, Ҡазанда татарса һәм Лондонда инглиз телендә сыҡҡан яңы китаптарын бүләк итте. Яҡташтары менән ҡыуаныслы яңылығын да бүлеште: быйыл “Китап” нәшриәтендә уның сатирик повестары, комедиялары тупланған йыйынтыҡ донъя күрәсәк. Был, асылда, башҡортса һайланма әҫәрҙәрҙән торған сериянан тәүге китап. Китапҡа баш һүҙҙе билдәле башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, тәнҡитсе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев яҙған. Ул күп маҡтаулы исемдәргә лайыҡ авторҙы “юмор илсеһе” тип атай. Әйткәндәй, осрашыуға Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе З. Әлибаев та килгәйне.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов: “Тормошта ла, ижадта ла ниндәй генә юғары үрҙәргә үрләмәһен, беҙҙең билдәле яҡташыбыҙ үҙенең тыуған яғын онотмай. Атайсалы менән уны ныҡлы ижади ептәр бәйләй”, – тине.
Һүҙ ыңғайы әйтеп китер кәрәк, Яҙыусыларҙың интернациональ берлегенең почетлы ағзаһы Марсель Сәлимовтың ижад емештәре матбуғатта 12 йәштән баҫыла башлаған, иң тәүге мәҡәләһе Борай район гәзитендә алыҫ 1961 йылда донъя күргән. 1964 йылда, 15 йәшендә, ул “Алға” гәзите үткәргән очерктар конкурсының еңеүсеһе булған.
Фотолар Интернациональ Яҙыусылар берлеге сайтынан.
М. Ғимазетдинова фотолары.