Өфөлә кисә, Сергей Довлатовтың тыуған көнөндә, йәмәғәт башланғыстарында ойошторолған “Әҙәби импульс” беренсе Довлатов фестивале үтте. Күренекле яҡташыбыҙҙың ижадын яратҡан һәм хөрмәт иткән кешеләр “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә йыйылды.
– Был - Рәсәйҙә яҙыусының бер йылдан буласаҡ юбилейына арнап үткәреләсәк сараларҙың беренсеһе. Сергей Довлатов 1941 йылдың 3 сентябрендә тыуған һәм үҙенең таныуы буйынса беҙҙең ҡалала “беренсе әҙәби импульс” алған. Ошо һүҙҙәргә бәйләп фестивалдең исеме барлыҡҡа килде, – тине республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары, фестивалде ойоштороусыларҙың береһе Артем Вәлиев. – Ойоштороуылар уйы буйынса, был фестиваль замандаштарыбыҙға ижади импульс бирергә тейеш.
Фестиваль сиктәрендә 2020 йылда Довлатовса “Смартфонда соло” ҡыҫҡа хикәйәләр конкурсы иғлан ителде. Уға 42 авторҙан йөҙҙән ашыу хикәйә килгән. Жюри рәйесе булып билдәле Өфө яҙыусыһы Айҙар Хөсәйенов тора. Бәйгенең еңеүселәре тип Булат Ғәлиев (беренсе урын), Ирина Фролова (икенсе урын) һәм Ирек Муҡтасаров (өсөнсө урын) танылған.
“Беҙ Довлатовҡа арналған тағы бер нисә сара үткәрергә йыйынабыҙ. Улар тураһында һеҙ “Фейсбук”тағы махсус төркөмдә белә алаһығыҙ. Һәм беҙ һеҙҙән хикәйәләр көтәбеҙ. Кәйефте күтәрер һәм яҡшы иҫтәлек ҡалдырыр өсөн”, – тине Артем Вәлиев.
“Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә ике инсталляция тәҡдим ителде, улар киләсәктә Өфөлә барлыҡҡа киләсәк Сергей Довлатов музейы нигеҙе була ала.
“Минең” исемендәге театр миниатюралары оҫтаханаһы артистары Довлатовтың иң яҡшы хикәйәләренән өҙөктәр күрһәтте. Мәскәүҙән билдәле алып барыусы Сергей Майоров фестиваль асылыу айҡанлы ҡотлауын һәм уның бер шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Фестиваль кесе Алексей Германдың “Довлатов” тигән фильмын күрһәтеү менән тамамланды. Ә конкурс сиктәрендә баҫылған хикәйәләр айырым йыйынтыҡ булып баҫыласаҡ. Шулай уҡ Өфөлә Довлатов менән Платоновтың осрашыуына арналған скульптура композицияһын ҡуйыу идеяһы ла бар. Ә Сергей Довлатов тыуған йорт стенаһына граффити төшөрөүҙәре ихтимал.