Күптән түгел Сибай ҡала типографияһында Баймаҡ районының Ленин орденлы “Йылайыр” совхоз-техникумының 90 һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата “Йылайыр йылъяҙмаһы. Легендар совхоз тарихы. Яҙмыштар” исемле китап донъя күрҙе. Авторҙары – тыуған яҡты өйрәнеүсе, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Ирек Бикмәтов һәм журналист Зөлфиә Сафина.
Ҙур совхоздың тарихы өҫтөндә 20 кешенән торған мөхәрририәт эшләгән. И. Бикмәтов – биш китап авторҙашы, был уның алтынсы китабы, әле Баймаҡ районының тарихы буйынса тағы ике китап өҫтөндә эшләй. З. Сафина – Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры. Ул – “Баймаҡ – алтын бишегем” (2008) китабы авторы.
– “Йылайыр” совхозы тураһында китап сығарыу идеяһы күптән йәшәп килә ине. Киң яландарҙа иген генә үҫмәгән, бында яңы хеҙмәт кешеһе формалашҡан. Был ерҙәрҙә эшһөйәр династиялар барлыҡҡа килгән. Халыҡ хәтере мәңгелек, игенселәр, малсылар тураһында бик күп мәғлүмәт тупланды. Барыһы тураһында ла яҙып бөтөрлөк түгел. Бәлки, киләсәктә яңы тарихсылар был өлкәне яҡтыртыр. Хәҙер китап – ҡулда. Данлы совхозға нигеҙ һалған хеҙмәтсәндәрҙең тормошон өйрәнәйек, килер быуындарға өлгө күрһәтәйек, – тине Ирек Ниғәмәт улы мөхәрририәт исеменән.
Был йылъяҙма киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән, хужалыҡтың үҫеш юлдары, хеҙмәт кешеләренең яҙмышы, династиялар тураһында ентекләп бәйән ителә. Тупланма темаларға бүленгән: “Совхоздың барлыҡҡа килеүе”, “Нигеҙ һалыусы – төҙөүселәр”, “Һуғыш йылдары”, “Бөйөк Ватан һуғышы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройҙары”, “Совхоз етәкселәре, баш белгестәр”, “Төрлө хужалыҡ тармаҡтары”, “10 бүлексәнең тарихы”, “Бөгөнгө көн”. Совхоздың данлыҡлы кешеләренең исемлеге бирелгән, улар араһында таныштар, яҡындар... Мәңгелеккә киткән хеҙмәт батырҙары, бәхетле киләсәккә ышанған, үҙҙәрен аямай ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, ҡоростай ныҡ быуын вәкилдәре. Ирекһеҙҙән күҙгә йәш тула... Улар алдында баш эйәбеҙ.
Өс Советтар Союзы Геройы, өс Социалистик Хеҙмәт Геройы, 28 Ленин, 42 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, 33 “Почет Билдәһе”, дүрт Октябрь Революцияһы, 12 “Хеҙмәт даны”, ике Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалерҙары, өс Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 62 Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәткәре, 12 “Фиҙакәр хеҙмәт өсөн”, “Алдынғы хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнеүселәр. Уларҙың барыһы ла совхоз тарихында.
Үткән быуаттың 30-сы йылдарында “Йылайыр” совхозын “иген индустрияһы ҡалаһы” тип йөрөтәләр. БАССР-ҙың был иң ҙур хужалығы ВКП(б) Үҙәк Комитетының июль пленумының “Яңы иген совхоздарын ойоштороу тураһында” (1928) ҡарары буйынса 1929 йылда ойошторолған. Партия эшкәртелмәй ятҡан буш далаға Мәскәү, Ленинград, Киев һәм Уралдың эшсе коллективтарынан алдынғы вәкилдәр ебәрә. 1929 йылдың 19 февралендә матрос, фронтовик, продкомиссар, тимер юлсы Никифор Сироткин килә. Урғаҙа йылғаһы буйында буласаҡ совхоздың нигеҙ ҡаҙығын ҡаға. Һамар, Һарытау, Ырымбур өлкәләренән тәүге эшселәр күсеп килә һәм ултырған ауылға Үҙән исеме бирәләр (1928-1929). Төҙөлөш өсөн яҡын-тирә ауылдарҙан таш, ҡом, балсыҡ килтереп, йорттар өсөн саман-кирбес һуғалар. Башта кешеләр 12 палатка һәм вагончиктарҙа йәшәй. Идара итеү штаты 10 кешенән тора.
Яҙ еткәс, беренсе бураҙнаға сит илдәрҙән бөртөкләп йыйылған алтынға һатып алынған 46 трактор сыға. Тәүге 80 тракторсыны ике айлыҡ курста уҡыталар. Артабан йыл да тирә-яҡ ауылдарҙан йыйып, 100–120 механизатор, слесарь, токарҙар әҙерләйҙәр, араларында ҡатын-ҡыҙ ҙа күп була. Совхоздың беренсе баш инженеры – Михаил Голубев, ремонт оҫтаханаһы мөдире – Николай Минаев, баш агроном Зариф Ҡадиров булған. Мединститут тамамлап йәш табип Софья Зильберборт килә, ул ауырыуҙарҙы өйҙәренә йөрөп дауалай. Йыш ҡына ҡатындарға ялан шарттарында бала табырға тура килгән.
Башҡорт далаһында яңы тормош ҡайнай
1933 йылдан МТС-тарҙа политбүлектәр ойошторола. “Йылайыр” совхозының политбүлек начальнигы итеп яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин тәғәйенләнә. “Иген фабрикаһы” исемле күп тиражлы гәзит сыға башлай, редакцияла Зәбих Исламғазин, “Ырғыҙ” романының авторы Һәҙиә Дәүләтшина эшләй.
1935 йылда совхоз республика буйынса иң ҙур уңыш бирә. Стахановсы-комбайнсылар, ударниктар күбәйә, хеҙмәт күтәренкелеге киң ҡолас ала.
Бөйөк Ватан һуғышы сиҙәмселәрҙең тормошон үҙгәртә. 600-ҙән ашыу ир-егет фронтҡа оҙатыла, шуларҙың яртыһы яу ҡырында һәләк була. Йылайырҙан өс яугир И. Пименов, В. Копылов, И. Полунин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Орел ерендә артиллерия наводчигы Иван Пименов, снарядтары бөткәс, яралы килеш гранаталарын күкрәгенә ҡыҫып, немец танкыһы аҫтына ташлана. Көслө шартлау яңғырай. 18 йәшлек батыр-яугир Иван Тимофеевич Пименовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Шағир-фронтовик, публицист Мәхмүтйән Ғәлиндең исеме күптәргә таныш. Ул халыҡ көйҙәрен ҡурайҙа оҫта башҡарыусы була. Волганан алып Германияға тиклем һуғыш юлын үткән гвардия капитаны бик күп орден менән бүләкләнгән. Ҡурайын һәр саҡ бергә йөрөткән, һалдаттарға “Катюша”, “Яблочко”, “Коробейники” һәм башҡа көйҙәрҙе уйнай торған булған. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан мәҙәниәте һәм әҙәбиәте декадаһында, 1969 йылда Ленинградта БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. Мәхмүтйән Харрас улының шиғырҙары, һуғыш хәтирәләре, Йылайыр тураһындағы мәҡәләләре матбуғат биттәрендә баҫылып тора.
Фронтҡа киткән ир-егеттәрҙе ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмерҙәр алмаштыра. Улар трактор-комбайндарға ултыра, икмәк, башҡа аҙыҡ-түлек етештерә – авторҙар был хаҡта асыҡ күрһәткән.
Сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү осоронда хужалыҡ яңы үрҙәр яулай. 1954 – 1955 йылдарҙа илебеҙҙең төрлө төбәктәренән юллама буйынса йөҙҙән ашыу кеше күсеп килә, совхоз күп милләтле хужалыҡҡа әйләнә. 1976 – 1979 йылдарҙа беҙ ирем Ш. Айсыуаҡов менән Урал бүлексәһе мәктәбендә эшләнек. Бында 11 милләт вәкиле татыу ғаилә булып көн итә ине.
Йылъяҙма авторҙары, уҙған биш йыллыҡтарҙағы уңыштарҙы, етешһеҙлектәрҙең сәбәптәрен күрһәтеп, хужалыҡ үҫешен эҙмә-эҙлекле һүрәтләй, шул заман кешеләренең был хаҡтағы хәтирәләрен бирә.
Баҫыусылыҡ эштәрен тамырынан үҙгәртеү, яңы технологиялар индереү буйынса республиканың атҡаҙанған агрономы Юрий Моряков күп көс һала. Ул билдәле селекционер-ғалимдарҙың, игенсе-новаторҙарҙың ер эшкәртеү тәжрибәһен тәрән өйрәнә, ғәмәлдә ҡуллана. 1988 йылда баҫыусылыҡта сәсеү әйләнешенә хужа булған ете интенсив хеҙмәт коллективы эшләй. Фәнни алым һәм алдынғы тәжрибә иген етештереүҙе яңы кимәлгә күтәрә. Хужалыҡ өсөн иң һөҙөмтәле 1986 йыл була: һәр гектарҙан – 28,9 центнер, һәммәһе 90 мең тонна уңыш үҫтерелә. Дәүләткә 64 мең тонна юғары сифатлы иген тапшырыла.
“Йылайыр” совхозында барлығы 48632 гектар һөрөнтө ер була. Хужалыҡ үҙенең 83 йыллыҡ дәүерендә 2,5 миллион тонна иген етештерә, шуның 1,5 миллион тоннаһын дәүләт бураларына һала.
Малсылыҡ тармағы ла сәскә ата
1934 йылда Урал бүлексәһендә ит, һөт етештереү фермаһы ойошторола, мал һимертеүгә айырыуса иғтибар арта. Комсомол бүлексәһендә сусҡасылыҡты үҫтереү уңышлы бара, коллектив Бөтә Рәсәй социалистик ярышында еңеү яулай. Сосновка, Байыш һауынсылары, малсылары сифат буйынса яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә. Улар Баймаҡ районында һәм республикала иң ҙур хужалыҡтарҙан һанала.
“Йылайыр” совхозы юғары күрһәткестәре өсөн райондың, республиканың һәм илдең күсмә Ҡыҙыл байраҡтарын яулай. Хужалыҡтың хореография коллективы Өфөлә, Мәскәүҙә үткәрелгән фестивалдәрҙә ҡатнашып, билдәлелек яулай. Балетмейстер Закир Исмәғилев ҡуйған “Уңыш байрамы” бейеүе ысын ваҡиғаны – Ҡыҙыл байраҡ яулап алыуҙы сағылдыра. Мин, 18 йәшлек ҡыҙ, был 50 бейеүсенән торған ансамбль составында Мәскәүгә барҙым. Беҙ КПСС-тың март пленумы (1965 йыл) делегаттары алдында Кремль һарайы сәхнәһендә сығыш яһаныҡ, лауреат исеме алдыҡ.
1967 йылда “Йылайыр” совхозы Ленин ордены менән бүләкләнә.
Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
Василий Степанович Солонин 1931 йылдан механизатор булып эшләй. Комбайндарҙың хеҙмәт етештереүсәнлеген, урыу сифатын күтәреү өсөн күп яңылыҡтар индерә һәм юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. 1947 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Әғләм Рахман улы Нәҡиев 1952 – 1959 йылдарҙа совхоз директоры вазифаһын башҡара. Уның етәкселегендә сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү уңышлы башҡарыла. 14500 гектар яңы ер үҙләштерелә. Етәксенең эше Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме менән баһалана.
Риза Хажиәхмәт улы Яхин 1971 йылдан Сосновка бүлексәһендә эшләй, алдынғы комбайнсы була. 1978 йылда 30704 центнер ашлыҡ һуғып, совхозда, районда һәм республикала беренсе урынға сыға. Эш һөҙөмтәләре буйынса Октябрь Революцияһы һәм Ленин ордендары менән бүләкләнә. 1976 йылда данлыҡлы игенсегә Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән маҡтаулы исем бирелә. 1979 йылда ул СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була.
Рәшит Риза улы Яхин атаһының эшен дауам итә. Механизатор, бригада агрономы була, әлеге көндә фермер. Фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн бик күп дәүләт наградалары ала, комсомолдың ХХ съезы делегаты була.
1978 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы Сибайҙан Яковлевка ауылына күсә. 1984 йылдан ул Ленин орденлы “Йылайыр” совхоз-техникумы тип йөрөтөлә башлай. Уҡыу йорто Урал аръяғы райондары өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәгенә әйләнә.
Йыйынтыҡта совхоз етәкселәре һәм баш белгестәре тураһында бай мәғлүмәт тупланған. 17 совхоз директорының исеме бирелгән, тормош юлдары яҡтыртылған.
Китаптың яртыһы совхоздың ун бүлексәһенә бағышланған. Мин хеҙмәт кешеләре тураһында 220-нән ашыу һүрәтләмә менән таныштым.
Бүлексәләргә нигеҙ һалыу йылдары: Сосновка – 1929, Комсомол – 1929, Октябрь – 1929, Урал – 1930, Күлтабан – 1930, Покровка – 1931, Үҙәк бүлексә – 1932, Байыш – 1957, Ҡарамалы – 1957, Яңғаҙы – 1991 йыл.
Йылъяҙмала һәр бүлексәнең тарихы, үҫеш юлдары һүрәтләнгән. Әлеге көндә “Йылайыр” совхозын үҫтергән хеҙмәтсәндәрҙең балалары, ейәндәре төрлө яҡтарҙа йәшәй. Улар шулай уҡ Сибайҙа күп кенә етештереү тармаҡтарында эшләп йөрөй. Һәр кемгә был китап менән танышыу фәһемле булыр.
– Тормош – ҡуласа, тиҙәр. Киләсәктә “Йылайыр” совхозы тәжрибәһе кәрәк булыуы мөмкин. Хәҙерге ваҡытта элекке гигант-совхоз биләмәһендә 60 фермер хужалығы, машина-техник станцияһы, мегаферма, һөт ризыҡтары эшкәртеү кооперативы, йөҙәрләгән шәхси крәҫтиән хужалығы йәшәп килә. Был бәрәкәтле ер киләсәктә лә халҡыбыҙға файҙа килтереренә ышанабыҙ, – ти Ирек Бикмәтов һәм уның коллегалары.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: Йылайыр йылъяҙмаһы күптәрҙең өҫтәлендә булһын, йәштәр оло быуындың яңы тормош төҙөүҙәге фиҙакәр хеҙмәтен онотмаһын ине. Тарихын белгән халыҡтың киләсәге өмөтлө, тиҙәр.
Китап авторҙарының оло хеҙмәтенә уҡыусы тейешле баһаһын бирер, тип ышанабыҙ.