Мин был һүҙҙәрҙең айышына төшөнөп етмәйем. Тәҙрә аша күргән хәл-ваҡиғаларҙы йәнә күҙ алдынан үткәреп, береһенән-береһе бәләкәйерәк ҡыҙҙарҙы йәлләп, оҙаҡ ҡына йоҡлай алмайынса ятам.
Бер нисә көндән һуң Рәмзиә еңгәне урамда осраттыҡ. Ул, ҡулына ҙур булмаған тоҡсай тотоп, кибеттән ҡайтып килә ине. Әлфирә менән беҙ уйнарға сыҡҡанбыҙ. Йырсы киленде танырлыҡ түгел – ни өсөндөр төҫ-ҡиәфәте үҙгәреп киткәндәй, өҫ кейеме лә таушалыңҡыраған һымаҡ, кәйефе лә алама шикелле. Өҫтәүенә ул әҙерәк һалмыш та – унан араҡы еҫе килә ине. Беҙҙе күргәс, ҡыйынһынҡырағандай тойолдо.
– Тамам арыным, алйыным бит мин, ҡыҙҙар, – тип зарлана башланы ул. Артабан татарсалап: “Ни Вәлисе, ни баласы, ни кәжәсе... тамам ялҡыттылар инде”, – тип өҫтәне лә, ҡулын һелтәп, юлын дауам итте.
Йәйге каникулға ҡайтҡас, Рәмзиә еңгәнең тағы бер ҡыҙ табыуын, сабыйға Вилиә тип исем ҡушыуҙарын белдек.
Вәли ағай йәнә ҡалаға китеп барған, элекке эшенә урынлашҡан икән. Уға заводтың дөйөм ятағынан бүлмә биргәндәр.
Ауылға онотҡанда бер генә ҡайтып әйләнә, тиҙәр. Әлфирә менән икебеҙ хәл белешергә, кәрәк икән, әҙме-күпме ярҙамлашырға тигән ниәт менән Рәмзиә еңгәгә йүнәлдек. Ул сайҡала-сайҡала ишекте асты. Үҙе бысраҡ иҫке күлдәктә, сәс-башы нәҡ бумала төҫлө. Күңел болғатырлыҡ һаҫыҡ еҫ бөркөлгән өй эсе күптән йыйыштырылмаған, һауыт-һаба ла, иҙән дә байтаҡ ваҡыт йыуылмаған. Ҡыҙсыҡтарҙың икеһе – бәләкәстәре генә инәһе эргәһендә. Улар ҙа һис тәрбиә күрмәгән – ас-яланғастар.
– Өлкән балаларығыҙ ҡайҙа һуң? – тип һорайбыҙ.
Еңгәбеҙ асыуланғандай итә.
– Унда сезнең ни эшегез бар? – тип йәмһеҙ итеп ҡысҡырып уҡ ебәрә. – Байларда алар!
Йырсы килендең шишмә сылтырауын хәтерләткән тауышы ҡайҙа булған? Ниңә ул шулай ҡарлығып һөйләшә? Ә “байҙары” кемдәр? Лилиә менән Зилиә ниңә сит кешеләрҙә?
Һорауҙарыбыҙ күп, әммә өндәшмәйбеҙ, шаңҡып ҡалғаныбыҙҙы еңгәгә белдермәҫкә тырышабыҙ.
– Килгәс, бер аҙ ғына ҡыҙҙарҙы ҡарап тороғоҙ әле, мин тиҙ генә кибеткә икмәккә барып киләйем, – тине лә еңгәбеҙ ашығып сығып та китте.
Әлфирә биҙрәгә һыу тултырып, ҡулына сепрәк алып иҙән йыуа башланы. Мин һауыт-һаба менән булышам. Өй эсен тәртипкә килтерҙек. Еңгәбеҙ ниңәлер оҙаҡлай. Әллә кибет ябыҡмы? Әллә унда сиратмы? Бәләкәстәр асыҡты, илаша башланы. Әлфирә тиҙ генә ҡайтып үҙҙәренән бутҡа, һөт алып килде, ҡыҙсыҡтарҙы ашатып алдыҡ. Тамаҡтары туйғас, улар йоҡлап китте. Ә еңгәбеҙ һаман юҡ. Көн кискә ауышҡас ҡына ҡайтып керҙе ул. Кәйефе шәп.
– Үҙебеҙҙең кибеттәге икмәк тәмһеҙ, шуға Красныйға барып ҡайттым әле, – тип һөйләнә-һөйләнә, өҫтәлгә ҡабарып торған өс буханка икмәк һәм яртылаш бушатылған бер шешә сығарып ҡуйҙы.
“Красный” тигәне түбәнге оста, күлдең икенсе ярында урынлашҡан бәләкәй урыҫ ауылы, Октябрьский кеүек, күрше өлкәгә ҡарай. Ысынлап та, унда кибет байыраҡ, ә ризығы тәмлерәк кеүек. Һәр хәлдә, ауыл халҡы Красный кибетенә йыш бара. Ҡыш, боҙ ятҡас, унда күл аша ғына йөрөлә, ни бары ике саҡрым юл үтелә. Ә бүтән миҙгелдәрҙә күлде уратҡан юлдан барыла, йәғни оҙағыраҡ йөрөргә тура килә. Шул урау юлдан йөрөп ҡайтҡан еңгәбеҙ, сынаяҡҡа ҡойоп, араҡыһының тағы бер өлөшөн һемереп тә ҡуйҙы. Шунан яйлап ҡына һүҙ башланы.
– Вәли бит мине гел ҡулында ғына күтәреп йөрөтөргә вәғәҙә биргәйне, – тип илаулап һөйләй ул. – Үҙе иһә беҙҙе бөтөнләйгә ташлап китте, ҡалалағы элек дуҫлашып йөрөгән мәрйә ҡыҙының фатирына кереп йәшәй ул хәҙер. Өлкән ҡыҙҙарҙы юл аша йәшәгән балаһыҙ апаһы менән еҙнәһенә бирҙе, минең фекеремде һорашып та торманы. Ҡыҙыҡайҙарымды бер кемгә лә бирмәйем тип Вәлигә ҡаршы килеп ҡарағайным, үҙемде йыға һуҡты...
Вәли ағайҙың апаһы менән еҙнәһен белмәгән кеше юҡ. Ғәшиә апай өйҙә генә ултыра, Мырҙабай ағай алтын приискыһында эшләй. Улар тураһында “байҙар” тип әйтерлек тә шул: йорт-ҡаралтылары башҡаларҙыҡынан айырылып тора – матур йыһазландырылған, иҙәндәренә келәмдәр түшәлгән өйҙәре буяулы таҡталар менән көпләтелгән, ихаталарына ла таҡта түшәлгән, ныҡлы итеп төҙөлгән аҙбар-ҡуралары туп-тулы мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт. Уларҙың хатта аттары ла бар! Ҡапҡа төптәрендә быҙау ҙурлығындағы ҡап-ҡара эт ырылдап ята. Әммә балалары ғына юҡ. Бәлки, шуғалыр ҙа улар күрше-тирә менән аралашыусан түгел – кешегә лә йөрөмәйҙәр, үҙҙәренә лә саҡырып бармайҙар. Шулай ҙа ауылда тәүгеләрҙән булып телевизор һатып алғас, Мырҙабай ағай уны, экранын урамға ҡаратып, асылмалы тәҙрә төбөнә ҡуйҙы ла бала-сағаға кино күрһәтте. Байҙарҙың баҡса буйына теҙелешеп “Ну, погоди!” йәнһүрәтен дә ҡараныҡ, Иосиф Кобзондың концертын да тыңланыҡ. Ифрат күңелле булып ҡалғайны!
– Ҙур ҡыҙҙарым ҡул аҫтына керә башлағайны шул, – тип шыңшыны йырсы килен. – Лилиәм ҡашығаяҡты мап-матур итеп йыуа, иҙән һеперә белә, Зилиәм һеңлеләрен албырғата ала. Байҙарға хеҙмәтсе кәрәк тә инде. Ҡыҙҙарымды күрәйем тип барһам, ҡапҡаларын да асмайҙар, бикләнеп йәшәйҙәр...
Йырсы килендең аһ-зары буштан ғына түгеллеген, унда бер ни тиклем хәҡиҡәт остоғо барлығын тағы бер нисә йыл үткәс, Лилиә менән Зилиә йәй буйы әбей-бабайҙарының яландай ҙур баҡсаһында баш күтәрмәйенсә бил бөккәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күргәс кенә аңланыҡ. Ул ваҡытта “байҙар” ҡустыларының кескәй ҡыҙҙарын да үҙҙәренә алғайны инде. Хәйер, хеҙмәтсе булһындар тип түгел, инәйҙәренең эскеһен күрмәһендәр тип тәрбиәгә алғандыр инде улар дүрт ҡыҙҙы.
Рәмзиә еңгә йортонда яңғыҙы тороп ҡалды. Ҡайҙа инде уны элеккеләй ҡунаҡҡа саҡырыу! Күптәр уның менән туҡтап һөйләшеп торорға ла теләмәй. Йырсы килен үҙ-үҙенә йомолғандан-йомолдо.
Йылдар үтте. Мәктәпте тамамлап, беҙ ҙә төрлөбөҙ төрлө тарафҡа таралыштыҡ. Әлфирә Татарстандың Яр Саллы ҡалаһындағы техникумға уҡырға керҙе. Мин Өфөлә БДУ студенты булып киттем. Ауылға каникул ваҡыттарында ғына ҡайтабыҙ. Һирәк-һаяҡ Рәмзиә еңгәне лә осратабыҙ. Ул беҙҙе әллә ысынлап күрмәй, әллә күрмәмешкә һалыша, биргән һаулығыбыҙҙы ла алмайынса, үҙ алдына нимәлер мөңгөрләп юлында була. Ә юлы, ғәҙәттә, үрге яҡтағы кибет йә Красный ауылы. Яҙҙан көҙгә тиклем таушалып бөткән һоро итәк, Вәли ағайҙан ҡалған ҡара пинжәк, төҫө ниндәй икәнлеген дә айырып булмаған йоҡа шәл, резина итек кейеп йөрөй. Ҡыштарын ҡалала йәшәгәнендә һатып алған көрән пәлтәһен өҫтөнән төшөрмәй. Торғаны бер ҡарасҡы инде! Уны күреп ҡалһа, бала-саға сырылдашып ҡасып киткән була. “Пәрей ул!” тип ҡысҡырышалар. Кибеткә барып ҡайтҡас, йырсы килен тағы бер нисә көнгә өйөндә бикләнә. Бер кем дә кереп йөрөмәгәс, ҡасандыр гөл-сәскәгә күмелеп ултырған ихатаһын сүп үләне баҫҡан. Ҡасандыр балҡып ултырған йортоноң тамам ҡото ҡасҡан.
– Бик йәл инде ул килен, – тип һөйләй Мәрйәм апай. – Йәш бит әле. Ең һыҙғанып донъя көтөү урынына, кеше көлдөрөп йөрөй... Хәйер, был хәлгә тарыуына ул үҙе генә ғәйепле түгел бит. Нисәмә тапҡыр табындарҙа уны: “Беҙҙе әҙәмгә һанаһаң, эс, исмаһам, бер рүмкә” тип көсләп һыйлағандарына шаһит булғаным бар.
Баштараҡ ҡаршы тороп маташты йәш килен. Бер тапҡыр башҡаларҙан йәшереп кенә рүмкәһен тәҙрә төбөндәге гөл һауытына түкте. Быны күреп ҡалған хужабикә оло яу ҡуптарҙы: “Ниңә улай беҙҙән көлгән булаһың? Баҡса емеше түгел бит ул, аҡса емеше! Аҡса эшләү еңелме әллә?!” – тип һөйләнде лә һөйләнде. “Эреләнеп ултырма, килен, алдыңдағын аша, эс!” – тип башҡа ҡунаҡтар ҙа хужабикәгә ҡушылды.
Һындырҙылар Рәмзиәне. Хәҙер ул зәм-зәм һыуынан башҡа йәшәй ҙә алмай. Тәүҙә кәзәһен һатты, яйлап ҡына өй эсендәге әйбер-ҡараны, ҡалала эшләп йөрөгәнендә һатып алған арыуыраҡ кейем-һалымын “осорҙо”. Ни эшләйһең, бер араҡы һаҙлығына батһа, әҙәм балаһына, айырыуса ҡатын-ҡыҙға, унан сығыуы еңел түгел шул. Бик ҙур ихтыяр көсөнә эйә булғандар ғына булдыра ала быны.
– “Ир ҡаҡҡанды мир ҡаға” тигәндәре тап шул була инде, – тип әхирәтенә ҡушыла инәйем. – Вәли баянын ҡосаҡлап ҡунаҡтан-ҡунаҡҡа йөрөүҙән башҡаны белмәне – балалары ишәйгәс, ҡатынына бөтөнләй ярҙамлашманы, бер ҡасан да уны яҡламаны, ҡурсаламаны. Йыш ҡына бәргеләп тә ала торғайны. Әллә ҡайҙан килгән әллә кемдең ғәзиз ҡыҙы харап ҡына булды...
Вәли ағай менән Рәмзиә еңгәнең бөтә ҡыҙҙары ла сип-сибәр булып үҫеп килә. Өлкәндәре ҡалала училищела уҡый. Эшсәндәр, намыҫсандар. Әммә әллә ғәрләнеүҙәренән, әллә төңөлөүҙәренән, әсәкәйҙәре яғына әйләнеп тә ҡарамайҙар. Ул бисара урамда күреп ҡалғанда булһа ла, сабыйҙарына һүҙ ҡушып ҡарай. Ҡайҙа ул – тыңлап та тормайҙар, аҙымдарын тиҙләтеп, әбей-бабайҙарының ихатаһына инеп йәшеренәләр.
Йылдар буйы аңҡы-тиңке йөрөгән Рәмзиә еңгә бер заман зым-зыя юғалды ла ҡуйҙы. Яҙ еткәс кенә кемдер һуңғы тапҡыр “ҡарасҡының” ҡыш күл аша Красный яғына китеп барыуын күргәнлеген һөйләгән. Күптән инде бөтөнләй ҡәҙерһеҙгә әйләнгән ҡатынды эҙләп мәшәҡәтләнеүсе лә булмаған. Бер кем дә бахырҙың кәүҙәһенә лә, кейеменә лә юлыҡмаған.
Тәүҙәрәк йырсы килендең юғалыуы хаҡында имеш-мимеш хәбәр күп булды. Берәүҙәр:
– Быйыл бүре күп булды бит, шулар ашап ҡына киткәндер инде, – тип фаразланы.
– Красныйҙан биш-алты саҡрымдағы Ленинский ауылында бер әҙәм күпләп шәшке аҫрай икән, мәйетен шул табып алғандыр ҙа, алып ҡайтып, мәңге ас йәнлектәренә ашатҡандыр, – тип фекер йөрөттө.
– Бахмырҙан башы алйып китеп барғанында абайламаҫтан балыҡсылар ҡаҙыған ҡойоларҙың береһенә төшөп китеп, һыуға батҡандыр, күл төбөндә яталыр, – тип һығымта яһаны.
Әҙме-күпме ваҡыт уҙғас, Рәмзиә еңгәнең ташландыҡ хәлдәге буш өйөн күршеһе Мәхмүт емереп ташланы ла урынына, ситтә йәшәгән улдарының береһенә булыр тип, ике ҡатлы йорт һалып ҡуйҙы.
...Йәмле йәйҙә ауылыбыҙға сағыу биҙәк булып килеп кергән йырсы килен шулай ҡышҡы һыуыҡта юҡ булды. Хатта ҡәбере лә ҡалманы...