Республика һәм Бөтә Рәсәй йыр конкурстары еңеүсеһе, танылған йырсы Харис Шәрипов быйылғы яҙҙа күркәм юбилейын – 55 йәшен билдәләне.
Коронавирус пандемияһы сәнғәт кешеләренең тормошона һәм уй-ниәттәренә лә бик күп үҙгәрештәр индерҙе. Халыҡ йырҙарын йырлап танылыу яулаған Харис Мөбәрәк улы ла юбилей концертын көҙгөлөккә – ноябрь айына планлаштырҙы. Ул уны баш ҡаланың Йәштәр һарайында үткәрергә йыйына.
2016 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһынан хаҡлы ялға киткәс, йырсы вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй. Ваҡыты булғанда "Аҡ тирмә" ансаблҽ менән Мәскәү тамашасылары алдында ла сығыштар яһай. Эш араһында әлеге ҙур ниәте – концертын әҙерләү менән дә булыша. “Репертуар бик ҙур, концерт уңышлы килеп сығыр, тип уйлайым, тик вирус ҡына ҡамасауламаһын инде”, - ти юбиляр.
Харис Шәриповты беҙ шулай уҡ журналист булараҡ та беләбеҙ, шуға күрә “Концертымда республика матбуғатында журналист булараҡ яҙған геройҙарым сығыш яһар, тип уйлайым”, - ти ул.
Мәләүез төбәгенең талантлы йырсыһы бына инде бер йыл дауамында йырҙарын социаль селтәрҙәге сәхифәһенә даими ҡуйып, тамашасыһын яңынан-яңы ижад емештәре менән таныштырып бара. Әйткәндәй, уның йырҙарына матур баһа биреүселәр, йырсының ижадын үҙ итеүселәр бик күп.