Ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижад кешеләре” федераль һәм төбәк проекты сараларын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы китапханалар хеҙмәткәрҙәре иҫәбенән ижади һәм идарасы кадрҙарҙың белемен камиллаштырыу буйынса эш ойошторҙо һәм уҡыуҙарҙы ғәмәлгә ашырыуҙың координаторы итеп Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһын тәғәйенләне.
7 – 20 сентябрҙә 57 кешенән торған беренсе төркөм тыңлаусыларының икенсе ағымы уҡый башлай. Икенсе төркөм иһә 14 сентябрҙән квалификацияһын күтәрә, унда республиканың 45 муниципаль районы һәм ҡалаһынан 103 кеше ҡатнаша.
Әйткәндәй, уҡыуҙар Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтында “Заманса технологиялар һәм муниципаль дөйөм китапханалар практикаһы” программаһы буйынса дистанцияла уҙғарыла.
Фото: culture.bashkortostan.ru