Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова объектты асыу тантанаһында ҡатнашып, айыттарҙы ҡотланы.
Мәҙәни үҙәктә ижад һәм художество үҙешмәкәрлеге менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырылған. Бында бинаның тышы, ҡыйығы, тамаша залы, төп сәхнә яңыртылған, стеналар нығытылған, инженерлыҡ селтәрҙәре алмаштырылған, китапхана һәм уйын бүлмәләре йыһазландырылған, заманса ҡорамалдар һатып алынған. Үҙәктә бөтә йәш төркөмдәре өсөн фольклор, вокал, хореография, биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм инструменталь ижад кеүек йүнәлештәр буйынса түңәрәктәр эшләй.