Татарстандың “БИЗНЕС Online” порталы хәбәр итеүенсә, күрше республикала мәҙәни тормош яйлап ҡына үҙ ярҙарына ҡайта.
Шуға бәйле, портал етәксе вазифаларҙы биләгән билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренең коронавирус пандемияһына тиклем күпме аҡса эшләгәнен үҙ уҡыусыларының иҫенә төшөргән.
Һуңғараҡ иһә улар был килемдәрҙе ковид осорондағы юғалтыуҙар менән сағыштырмаҡсы.
Татарстандың мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге иң күп килем алған етәкселәре араһында беҙҙең моңло тауышлы яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Салауат Фәтхетдиновтың ҡатыны Ләйсән Фәтхетдинова ла бар.
Шулай итеп, ул уртаҡ ғаилә килемен күрһәткән декларацияның “көмөш миҙал”ын ала: 2019 йылда 16,5 миллион һум килемен теркәгән.
Аныҡлабыраҡ әйткәндә, Ләйсән ханым фәҡәт үҙе 1,9 миллион һум ғына аҡса эшләгән, ә ҡалғанын ғаилә ҡаҙнаһына Салауат Фәтхетдинов индергән. Шул уҡ ваҡытта йырсының ҡатыны исеменә ике фатир, ике йорт, биш ер участкаһы, ете торлаҡҡа ҡарамаған бина теркәлгән.
2019 йылда йырсы 14,5 миллион һум аҡса эшләгән. Был 2018 йыл менән сағыштырғанда 11 миллион һумға күберәк. Шулай уҡ уның милкендә ер участкаһы, фатир, бер нисә автомобиль барлыҡҡа килгән (Nissan X-Trail, “ВАЗ-11113”, “ГАЗ-3302” һәм “УАЗ”).
Тап ошо күренешкә бәйле Салауат Фәтхетдиновтың ҡатыны Ләйсән ханым, “Салауат” йәштәр үҙәге директоры, иң бай етәкселәр рейтингында маҡтаулы икенсе урынға күтәрелгән дә.