Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Сентябрь 2020, 09:14

Бабич нуры – беҙҙең күңелдәрҙә!

Был донъяға башҡорт булып яралғаның өсөн ғорурлыҡ хисе кисертә.

Мәшһүр Бабичыбыҙҙың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы шағир үҙе өҙөлөп һөйгән тыуған ере Башҡортостанда уның хөрмәтенә тантаналы саралар башланды. Тәүгеһе, әлбиттә, олуғ шағирыбыҙҙың ҡыҫҡа ғына ғүмеренә тығыҙ бәйле булған бәрәкәтле Мишкә ерендә – Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында үткәрелде.
Затлы нәҫел төбәге
Ике яҡтан тауҙар менән солғанып, бер ниндәй елдәргә лә бирешмәҫлек ерҙә ултыра Ҡыйғаҙытамаҡ. Тәбиғәте хозур: урман-болондары ла, һыуҙары ла етерлек. Өлкәндәр ошолай һөйләп ҡалдырған: Шәйехзаданың ошо гүзәллеккә һоҡланып та, уйҙарға батып та тау үрендә ултырғанын күрер булғандар. Бөлгөнлөктә йәшәгән илен, халҡын йәлләүгә сыҙамай, йөрәгендәге хис тулҡыны моңло юлдар булып тышҡа сайпылғандыр...
Бөйөк шағирҙың тынғыһыҙ йөрәгенә ут һалған, уй беркеткән ҡәҙерле тупраҡта баҫып тороу күңелде әйтеп аңлатҡыһыҙ тулҡынла­ныу менән биләй, әллә ҡасан булып үткән иҫтәлекле ваҡиғаларға шаһит ауылды күҙәткәндә, шағирҙың сикһеҙ ғәмгә, уйға тулып атлаған йөҙ-һыны күҙ алдына килә...
...Ҡыйғаҙытамаҡ – Бабичтарҙың нәҫел тө­йә­ге. Шағирҙың атаһы Мөхәмәтзакир ошонда тыуған. Һөйөклө улының вәхшиҙәрсә үлтерелеүе хаҡында хәбәр алғас, кире Ҡыйғаҙытамаҡҡа ҡайта. Ике йылдан һуң ул тыуған ауылында мәңгелек төйәген таба...
– Бабичтарҙың шәжәрәһе алты быуынды берләштерә: Бәбес – улы Мөхтәр – уның улы Ишбулды – уның улы Ғилуан – уның улы Мөхәмәтзакир – уның улы Шәйехзада, – тип һөйләй Мишкә район мәҙәниәт йор­то­ноң музей эштәре буйынса әйҙәүсе методисы Ильяс Рәил улы Яхин. Ул – Бабичтарҙың шәжәрәһен өйрәнеп, әлеге көн вариҫтарын теркәп барыуға көс һалған кеше.
– Мөхтәр Бабичев 1742 – 1822 йылдарҙа йәшәгән. Уның биш улы булған: Илекәй, Ишбулды, Ишәле, Ишкилде, Ғәйнулла. Илекәй Мөхтәров поход старшинаһы булып, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ғүмеренең ахырына тиклем Тартыш ауылында йәшәгән.
Архив документтарына ярашлы, Мөхтәр һәм уның улдары Ҡаңны ырыуынан сыҡҡан аҫаба башҡорттар булып, Дыуанай улысын­да урынлашҡан Тартыш ауылында көн иткән.
1832 йылда ер тураһында батша законы сыға. Шуның нигеҙендә аҫаба башҡорт­тарҙың һәр ир затына 40 дисәтинә ер биреү ҡарала. Тартыш ауылында ер етмәү сәбәпле Бабичевтар, аҫаба булараҡ, үҙ ерҙәренең икенсе өлөшөнә күсеп, яңы ауылға нигеҙ һалырға тип ғаризнамә яҙа. Ул Бабичевтар­ҙың 24 ир заты исеменән яҙылған. Бына унан өҙөк: “Покорнейше просим из-за малочисленности земли при деревни Тартышево дозволить переселиться на упомянутую жалованную предкам нашим землю и приказать наделить из оной положенную пропорциею земли“.
Уларҙың үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. Яңы урынға башҡа ғаиләләр ҙә күсеп килә башлай. Шулай итеп, Ҡыйғаҙы йылғаһы та­ма­ғында (ауылдың исеме ошо һүҙҙәрҙән ки­леп сыҡҡан. Ҡыйғаҙы – кейек ҡаҙ) Ба­бичевтарҙың нәҫел төйәге булып ҙур ауыл ҡалҡып сыға. Бында күп ғаиләләр Бабичев фамилияһын йөрөтә.
– Өлкәндәр һөйләп ҡалдырғанса, буласаҡ шағир ҙа Ҡыйғаҙытамаҡта донъяға ауаз һалған, – тип дауам итә Ильяс Рәил улы. – Был саҡта ғаилә ауылдағы туғандарында ҡунаҡта була. Ә Дүртөйлөләге Әсәндә уның тыуыуы метрика китабында теркәлгән, шуға ла ул Бабичтың тыуған ауылы тип иҫәпләнә, тигән ҡараш бар.
“Ап-аҡ алтын йырҙарымды...”
Шағирҙың музейын асыу сараһы ғәйәт тулҡынландырғыс, илаһи бер мәлгә әйләнде. Ошо ваҡиғаға ҡыйғаҙытамаҡтар, йыйылған халыҡ ҡына түгел, хатта тәбиғәт тантана итә кеүек ине. Иҫ киткес матур, сағыу көн, ап-аяҙ күк. Байрам сараһында ҡатнашҡан мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев әйткәнсә, бөгөн бөйөк Бабичтың рухы ла яныбыҙҙа ғына йөрөйҙөр, күрәһең.
Музей әллә ни ҙур түгел, ике генә бүл­мәле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, унда тупланған экспонаттар, документтар ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Айырыуса ҡиммәтле экспонат – ул шағирҙың һеңлеһе Фәсәхәттең ябай дәфтәргә 1959 йылда яҙып ҡалдырған яҙмалары. Бында ул нәҫелдәренең шәжәрә­һен теркәй, артабанғы яҙыуҙар ошо шәжә­рәгә ялғап алып кителә, киңәйтелә.
– Бөтә ауылыбыҙ менән көтөп алған иҫтәлекле ваҡиға был, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты музей өсөн яуаплы хеҙмәткәр Әлфиә Фаил ҡыҙы Зарипова. – Бабич тураһында иҫтәлекте ауылдаштарым ҡәҙерләп һаҡлай, уның рухы алдында үҙе­беҙҙе яуаплы тоябыҙ. Ул бит заманында, 1908 йылда, йәш кенә үҫмер бала булып Ҡыйғаҙытамаҡҡа бер туған ағаһы Фәтхел­ҡадир менән мөғәллимлек итергә килә. Атаһы Мөхәмәтзакир мулла бында 1901 йылда тәүге мәҙрәсәне аса, уға тиклем уҡырға өйҙәрендә генә өйрәнер булғандар.
Өләсәйем һөйләй торғайны: “Ауылға ингән ерҙә уң яҡта ҡайынлыҡ бар. Ана шун­да ҡайын аҫтына баҫып ҡына йәп-йәш һылыу егет эй шундай моңло итеп уйнар ине скрипкала. Беҙ, йәш ҡыҙҙар, оялып ҡына ситтән күҙәтәбеҙ, мөкиббән бирелеп тыңлайбыҙ”, – тип. Бына шулай үҫмер генә сағында уҡ күңеле моңға тулған булған бит уның!
...Күренекле шағирға арналған байрам сараһының айырым биҙәге булып балалар араһында үткәрелгән “Бабич һүҙе” видеоконкурсы еңеүселәренең сығыштары торҙо. Конкурстың төп ойоштороусыһы – “Аҡбуҙат” журналы. Еңеүселәргә Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан бүләктәр тапшырылды.
– Республиканың төрлө төбәктәренән, хатта Һамар өлкәһенән дә ҡатнашыусылар булды. Тимәк, әгәр кешенең күңелендә иленә, теленә тоғролоҡ бар икән, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, уның балалары милли рухта үҫәсәк. 54 видеоның ике тиҫтәгә яҡыны Йылайыр районынан ине. Райондың Ш. Бабич ижадына булған мөнәсәбәте һоҡландыра.
Сарала балалар ниндәй телдә, һөй­ләштә аралаша, эштәрен дә шул диалектта ҡабул иттек. Мотлаҡ әҙәби телдә уҡырға кәрәк, тигән сикләү булманы. Еңеүселәр араһында Йәрмәкәй, Бөрйән, Хәйбулла, Дүртөйлө, Әлшәй, Миәкә райондары вәкилдәре булыуы ҡыуаныслы. Киләсәктә Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә “Шәжәрәм” видеоконкурсын иғлан итергә ниәтләйбеҙ. Иң мөһим талап – балаға үҙ тамырҙары хаҡында башҡортса һөйләргә кәрәк. Төп бүләк – ҡиммәтле электр техникаһы. Ҡатнашығыҙ, телебеҙҙе, тамыр­ҙарыбыҙҙы бергәләп ҙурлайыҡ! – ти баҫма­ның баш мөхәррире Лариса Абдуллина.
Был балаларҙың ялҡынлы, Рауил Бикба­ев әйткәнсә, ҡанатлы Бабич һүҙҙәрен сәх­нә­нән яңғыратыуы йыйылған барса халыҡ күңеленә май булып яғылды, тиһәм, артыҡ булмаҫ.
Өфөнән Гран-при яулаған 10 йәшлек Ис­кән­дәр Әминевтең “Ҡурайҡайға” шиғырын мө­киббән һөйләп, сығышын ҡурай моңо ме­нән оҙатыуы кемдәрҙең генә күңелен тиб­рәтмәне икән? Ә Йылайыр ҡыҙы – алты ғы­на йәшлек Нәркәс Бикбулатованың “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар”ҙы (беренсе урын), Хәйбулланан ете йәшлек Ләйсән Мәмбәто­ваның (икенсе урын) “Кем өсөн” шиғырын уҡы­уы һуң! Өсөнсө урынға лайыҡ булған Артем Ғиләжев “Башҡортостан”ды һөйләп ишеттерҙе.
Ошо балаларҙы тыңлайһың да “кесе ге­нә йәштә лә шулай ялҡынланып телмәр тотор быуын булғанда һүнмәй әле Бабич уты!” тип инанаһың.
Бында башҡорт рухы аңҡый
Бөйөк шағирыбыҙҙың ғүмеренең күп өлөшө үткән Ҡыйғаҙытамаҡтағы тантаналы саралар бер тында үтеп тә китте. Матур, йылы, башҡортлоҡ рухы аңҡып торған әлеге байрамды тейешле кимәлдә ойошторған кешеләрҙе әйтмәй китһәң, яҙыҡ булыр.
Сараның нисек үтере өсөн иң борсолған кешеләрҙең береһе, моғайын, Мишкә ауыл советы хакимиәте башлығы Рөстәм Әдғәт улы Ишмаҡаев булғандыр. Хәлил Ҡәҙим улы Фарваев – байрамды ойоштороу төр­кө­мө ағзаһы, күп йылдар Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтендә бүлек етәксеһе булып эшләгән шәхес. Музейҙы булдырыуға ла ҙур өлөш индергән кеше ул. Фәйрүзә Мөнир ҡыҙы Хәтмуллина ла – ойоштороу эштәренең уртаһында ҡайнап йөрөгән ханым.
Вәкил Нил улы Мөлөков – Ҡыйғаҙытамаҡты төҙөкләндереүгә күп көс һалған, буласаҡ музей бинаһын рәтләүгә лә ярҙам ҡулы һуҙған эшҡыуар. Бабич нәҫеле – ауыл старостаһы Мөнир Нәзир улы Кәримов, Мишкә район мәҙәниәт йор­тоноң музей эштәре буйынса әйҙәүсе методисы, Бабичтар шәжәрәһен төҙөү һәм тулыландырыу эштәре менән янған Ильяс Рәил улы Яхин, Гүзәлиә Ариан ҡыҙы Кәри­мова, Фәниә Фаил ҡыҙы Мостафина, яңы асылған музей хеҙмәткәре Әлфиә Фаил ҡыҙы Зарипова, Резеда Мансур ҡыҙы Зәйҙуллина, Хәбир Рәмил улы Насибуллин, Ғаҡиф Мәғруф улы Хәтмуллин, Динар Дәүли улы Ғафаров, Исмәғил Ғәбит улы Ғәббәсов – ошо ҡыйғаҙытамаҡтар һәр ҡайһыһы атаҡлы яҡташтарына арналған байрам сараларының гөрләп үтеүенә, шағирҙың исемен мәңгеләштереүгә ҙур тырышлыҡ һалып, янып йөрөгән кешеләр.
...Йәш сағым, алтын сағым,
Ялҡын сағым булһын фиҙа
Халҡым алдында минең
Биргән таҙа антым өсөн, –
тип янған мәшһүр шағирҙың рухы алдын­да хәҙер халҡы үҙе баш эйә, төрлө ваҡытта кәмһетелеүҙәргә, онотоуға дусар ителгән исе­ме маяҡ булып балҡый, милли тойғолар­ҙы яңынан тергеҙә, был донъяға башҡорт булып яралғаның өсөн ғорурлыҡ хисе кисертә!
Мишкә районы.
Читайте нас