Юғары белемле агроном, бухгалтер, муниципаль хеҙмәткәр, хәҙер килеп мәҙәниәт өлкәһендә көс түккән, милли йолаларҙы тергеҙеүгә, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре тарихын өйрәнеүгә мөкиббән бирелгән кеше – былар бөтәһе лә Ишембай районы Кинйәбулат ауылынан Регина ханым Дәүләтова тураһында.
“Бәйләнештә”ге сәхифәһенә, Милли кейем көнө алдынан тип, матур-матур фотолар ҡуйҙы ул яңыраҡ. Ниндәй һоҡланғыс кейемдәр, биҙәүестәр! Тиҙ арала уның менән бәйләнешкә сығып, фотолар тарихы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Регина Ғүмәр ҡыҙы Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эшләй икән. Үҙе Салауат ҡалаһында тыуып үҫеп, Ишембай яғына килен булып төшкән.
"Өс йыл элек районда Ҡорама байрамы үткәрелде. “Хайп-килен” тигән команда төҙөнөк. Ниңә ундай исем, тиһәгеҙ, беҙ конкурста ҡатнашыу өсөн ғәҙәти булмаған материал – джинс һайланыҡ. Шунан диванға, башҡа йыһаздарға япмалар, алъяпҡыстар тектек, хатта йәштәргә тип һаҡалға оҡшатып биҙәүестәр эшләнек. Һәм... гран-при яуланыҡ!" – тип һөйләй ул был шөғөлгә тотона башлаған сағы тураһында.
Милли биҙәүестәр шул тиклем күңеленә ята уның, артабан да уларҙы эшләүҙе дауам итә. Башта – замансалатып, йәғни стилләштереп. Аҙаҡ инде ул башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренең тарихы менән мауығып китә, уларҙы боронғоға мөмкин тиклем яҡыныраҡ итеү теләге менән яна башлай. Шулай итеп, беренсе ҡашмауын эшләй. Күңеленә инеп оялаған ниәте дөрләп ҡабынып, илһамландыра ғына – һәм бына яға менән селтәр ҙә әҙер! Регинаның ҡанатлы дәрте ҡәйнәһе Гөлсирә Миңлеғәле ҡыҙына ла күсә. Улар икәүләп халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәренә яңы һулыш өрә, арттарынан эйәреүселәр ҙә күбәйә. Һөҙөмтәлә ауыл мәҙәниәт йортонда “Биҙәүестәр донъяһы” тигән ижади оҫтахана ла асып ебәрәләр. Унда хәҙер тиҫтә ярым кеше ҡатнаша. Иң күбе – ауыл ағинәйҙәре. Ишембай ательеларында милли күлдәктәр тектереп алып, үҙҙәре эшләгән һаҡал-селтәрҙәрҙе кейеп рәхәтләнеп сығыш яһай улар, конкурстарҙа ҡатнаша.
Бөгөн шылтыратҡанда, Регина Дәүләтова Кинйәбулат ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙе етәкселек иткән “Миләш” фольклор ансамбле менән Ишембайға сығыш яһарға ашыға ине. Ни өсөн тигәндә, Надежда Бабкина ойоштороуындағы “Рәсәй йырҙары” фестиваль-марафоны, Башҡортостаныбыҙҙың бер нисә ҡалаһында булып, бөгөн тап ошонда килеп еткәйне.
(Гәзитебеҙҙең алдағы һандарында тулыраҡ мәғлүмәт менән танышырһығыҙ).
Регина Дәүләтова үҙе эшләгән хәситәлә.
Ҡыҙы Камилла, ҡәйнәһе Гөлсирә Миңлеғәле ҡыҙы менән.
Кинйәбулаттың “Шаяндар” балалар өлгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Розалия Хөсәйенова.
Фотолар Регина Дәүләтованың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән алынды.