Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Сентябрь 2020, 06:00

Ришат Төхвәтуллиндың яңы йыры нисек атала?

Йырсы был хаҡта үҙенең Инстаграм сәхифәһенә яҙған.

Башҡортостан һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, ике халыҡ эстрадаһының сағыу йондоҙо, йәш йырсы Ришат Төхвәтуллин тамашасыларын өр-яңы йыры менән ҡыуандыра. "Талдарым" тип аталған йырға ул клип төшөргән һәм һәм уны үҙенең инстаграм битенә һалып, яҙыу ҡалдырған.
"Дуҫтар, лайктар ҡуйығыҙ һәм комментарийҙар ҡалдырығыҙ", - тип яҙған йырсы.
Йырҙың көйөн Гүзәлиә, һүҙҙәрен Рауза Хафизова яҙған.
Йырсыны үҙ итеүселәр "Бик яҡшы!", "Иҫ киткес матур йыр", "Шәп, Ришат абый" тигән хуплау комментарийҙары ҡалдырһа, шулай ҙа "Талдарым" йырындағы клиптағы һүрәттәрҙең бик йыш алмашынып тороуын оҡшатмаусылар ҙа табылған. Моңло тауышлы Ришат Төхвәтулландың яңы йыры күптәрҙең күңеленә хуш килгән. Яҡын арала беҙгә лә уны тыңлау бәхете тейәсәк.
Фото: "Интертат" сайтынан.
Читайте нас