Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Сентябрь 2020, 17:30

Өҫтәмә автобустар буласаҡ

"Евразия йөрәге"нә йыйылған халыҡты кис йәшәгән урындарына таратыу өсөн “Башавтотранс” – 40, шәхси ойошмалар 110 автобус бүлә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә 11–13 сентябрҙә “Евразия йөрәге” V Халыҡ-ара фестивале үтә.
Тамашаға йыйылған халыҡ кис, һуң булыуға ҡарамаҫтан, өйҙәренә ҡайтып етә алһын өсөн өҫтәмә транспорт ебәреү ойошторола, тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында. Бының өсөн “Башавтотранс” – 40, шәхси ойошмалар 110 автобус бүлә. Транспорт саралары Дим, Инорс, Затон, Сипайлово, Йәшел сауҡалыҡ, Черниковка биҫтәләренә тиклем барасаҡ. Улар Ғафури скверынан (Пушкин урамы буйлап) ҡуҙғала.
Шулай уҡ, алдан хәбәр итеүебеҙсә, 11-енән 13 сентябргә тиклем, фестиваль тамамланғансы, Өфөнөң ҡайһы бер урамдарынан транспорт йөрөмәй торасаҡ.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас