Ниһайәт, театр һөйөүселәр өсөн оҙаҡ көтөлгән ҡыуаныслы яңылыҡ. “Бәйләнештә”ге рәсми төркөмөндә хәбәр ителгәнсә, яратҡан театрыбыҙ 24 сентябрҙә 101-се ижад миҙгелен аса! Киске сәғәт 7-лә ижади төркөм тамашасыларҙы театрҙың Бәләкәй сәхнәһендә Т. Миңнуллин пьесаһы буйынса ҡуйылған “Һөйәркә” спектакле менән ҡаршыларға әҙерләнә. “Театрҙың яңы быуатын бергә башлайыҡ!” – тип саҡыра башдрамдар.
Әйткәндәй, Ҡырымда Рәсәй милли театрҙарының “Ҡырым театр көҙө” исемле фестивале булып үтте. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналғайны. Унда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Рөстәмдең сере” спектаклен алып барҙы. Тамаша Симферополь ҡалаһында, Ҡырым Республикаһының дәүләт академия музыка театры сәхнәһендә ҡуйылды. Спектакль ҡырымдар күңеленә хуш килгән, улар башҡорт театры актерҙарын дәррәү алҡыштар менән оҙатҡан.
Фото: театрҙың рәсми төркөмөнән.