Ошо көндәрҙә мәғариф министры Әминә Шафиҡова һәм “Йәнтөйәк мәҙәниәте” партия проектының йәмәғәт советы рәйесе Александр Кузьменко Асҡын районында эш сәфәрендә булды.
Улар район мәҙәниәт йортондағы капиталь ремонт һәм “Еңеү” паркы биләмәһен төҙөкләндереү менән танышты. Улар мәҙәниәт йорто ремонтын тамамлау һәм ҡорамалдар һатып алыуҙы финанслау буйынса фекер алышты.
Артабан ҡунаҡтар Балалар сәнғәт мәктәбенә юлланды. Әминә Шафиҡова учреждениеның эшмәкәрлеге, матди-техник базаһы һәм йыһазланышы менән ҡыҙыҡһынды.
Был көндә улар Урмияҙ ауылындағы яңыртылған мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында ҡатнашты. Объект “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә төҙөкләндерелде. Бүленгән аҡсаға тауыш, яҡтылыҡ ҡорамалдары, сәхнә костюмы, музыка ҡоралдары, йыһаз һатып алынған.
Әминә Шафиҡова райондағы мәҙәниәт учреждениеларының эшенә, яһалған ремонтҡа, уларҙың яңы клуб миҙгеленә әҙерлегенә юғары баһа бирҙе.
Фотолар: culture.bashkortostan.ru