Дондағы Ростов ҡалаһында “Рәсәй студент яҙы” фестиваленең еңеүселәрен атанылар. Сағыу ижади сара 5-9 сентябрҙә үткән, илдең төрлө төбәгенән йыйылған һәләт эйәләре туғыҙ йүнәлеш һәм номинация буйынса көс һынашҡан.
Был сара – “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” Президент платформаһының һәм Рәсәй Йәштәр союзының уртаҡ проекты ул.
Сираттағы фестиваль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Конкурс программаһында студенттар, быйыл юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттарын тамамлаусылар ҡатнаша ала.
Быйыл фестивалдә илдең 70 төбәгенән ике меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уларҙың ике йөҙгә яҡыны призлы урындар яулаған. Фестиваль – йәштәргә төрлө ижади йүнәлештәрҙә һәләттәрен күрһәтеү мөмикинлеге биргән уникальный проект ул.
Сарала конкурстың төбәк этаптарында алдынғылыҡты яулағандар, Рәсәй Йәштәр союзының “Студент яҙы Онлайн” интернет-проектында еңгән 55 кеше һәм “Студент яҙы” ҡатнашыусылары көс һынашҡан. Дөйөм алғанда, жюри 719 ижади эште баһалаған, лауреат исеменә 271 сығыш лайыҡ булған. “Илдең иң ижади төбәге” исемен Һарытау өлкәһе яулаған.
Бихисап еңеүселәр араһында Башҡортостан вәкиле лә бар. “Төбәк программалары” йүнәлешендә режиссер Илшат Фәхертдинов “Башҡортостанға - яҡтылыҡ тиҙлегендә” программаһы менән I дәрәжә фестиваль лауреаты исемен яулаған.
Киләһе йыл Бөтә Рәсәй “Студент яҙы” фестивале Түбәнге Новгород ҡалаһында уҙасаҡ.