Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Сентябрь 2020, 08:00

Ғаилә байрамдарында ла кейәләр

Төрлө сағыу милли кейемдәр кейгән был өс быуын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тулы образын тыуҙырған, халҡыбыҙҙың асылына һәм булмышына тоғро ҡалған.

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙа милли асылыбыҙға ҡайтыуға, милли кейемдәребеҙҙе кейеүгә, милли биҙәүестәребеҙҙе тағыуға иғтибар артты. Хәҙер күптәребеҙ ҡасандыр өләсәй-инәйҙәребеҙ таҡҡан селтәр-ҡашмауҙарҙы, стилләштерелгән кейемдәрҙе кейәбеҙ, уларҙы хатта байрам көндәрендә генә түгел, көндәлек тормошта ла киң ҡулланабыҙ.
Сибай ҡалаһында йәшәгән Вилдановтар был йәһәттән күптәргә өлгө булып тора. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала тигәндәре лә хаҡтыр, күрәһең. Ғүмере буйы сәнғәтте һәм мәҙәниәтте үҙ иткән, оҙаҡ йылдар “Яугел” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбленең әүҙем ағзаларының береһе Гөлшат Вилданованың килене Әлфиә лә халыҡ йолаларына тоғро. Үҙе лә ансамблендә шөғөлләнә, ҡаланың “Әкиәт” балалар баҡсаһында кескәйҙәр өсөн ҡумыҙ түңәрәге алып бара, йәш быуындың күңеленә милли рух һала, уның кейемдәренә, биҙәүестәренә һөйөү уята, төрлө саралар үткәрә.
Бөгөн ҡыҙҙары Әлимә лә өләсәһе һәм әсәһенең юлын дауам итеп, ҡумыҙ сиртә, оҫта бейей. Әйткәндәй, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ республика һәм ҡала күләмендә үткән төрлө шиғыр, әкиәт һөйләү конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған.
- Беҙҙең ғаиләлә милли кейемгә ҡарата оло һөйөү һалынған. Был ҡайнымдан һәм ҡәйнәмдән килә, балаларында ла ошо күркәм сифатты тәрбиәләй алғандар. Иремдең ҡартатаһы Рәхимйән Аҫылбаев Баймаҡ районында күренекле ҡурайсыларҙың береһе ине. Әле булһа уның кейемдәре, ситеге һаҡлана. Ирем Руслан да уҡыған сағында бейеү түңәрәгенә йөрөгән, бик оҫта бейеүсе. Ҡәйнәм селтәр, ҡашмау эшләй, милли кейемдәр тегә. Әмиләнең ике йәшенә күҙ яуын алырлыҡ башҡорт кейеме тегеп бүләк итте, төрлө биҙәүестәр эшләп бирҙе. Хәҙер ҡыҙымдың ғына бер нисә милли костюмы бар.
Беҙ Милли кейем көнөндә генә түгел, ғаилә байрамдарында ла күмәкләшеп милли кейемдәр кейәбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙән күреп, хәҙер туғандарыбыҙҙың да, дуҫтарыбыҙҙың да милли костюмға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙары уянды,күптәре шундай кейемдәр тектереп алды. Республика Башлығының йылына ике тапҡыр Милли кейем көнөн иғлан итеүен хуплайым һәм ҙур ҡыуаныс менән бөгөнгө сараларҙа ҡатнашабыҙ, - ти Әлфиә Вилданова.
Төрлө сағыу милли кейемдәр кейгән өс быуын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының тулы образын тыуҙырған, халҡыбыҙҙың асылына һәм булмышына тоғро ҡалған, милли кейем һәм биҙәүестәрҙе пропагандалауҙа ҙур өлөш индергән Гөлшат, Әлфиә һәм Әмиләгә артабан да уңыштар теләйбеҙ!
Автор фотоһы.
Читайте нас