Йәмле йәйҙең һуңғы матур көндәрендә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – күп халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаған, үҙе талантлы хореограф та булған Рәйес Низаметдинов, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса белгесе, “Селтәр” башҡорт халыҡ кейеме студияһын етәкләгән Гөлгөнә Баймырҙина, уҡ атыу буйынса тренер Лилиә Низаметдиновалар Һарытау өлкәһе Пугачев районының – Мәҡсүт, Перелюб районының Калинин (Беренсе Май) һәм Күсембәт (Ҡатай) ауылдарына барып ҡайтҡайны.
Улар башҡорт мәҙәниәтенә битараф булмағандарға башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау, уҡ атыу, шәжәрә төҙөү, халыҡ ижады һәм ҡатай, ҡыпсаҡ башҡорттарының милли кейемен тегеү буйынса оҫталыҡ һабаҡтары биргән. 70-тән ашыу бала ҡумыҙ менән ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөнгән, уҡ атырға өйрәнгән, ә ҡыҙ балалар боронғо өлгөләргә ҡарап милли биҙәүестәр – һаҡал, яман күҙҙәрҙән һаҡлай торған доғалыҡ тегеп ҡараған.
Калинин ауылында балалар коллективы өсөн башҡорт халыҡ бейеүе ҡуйылған. Теләгәндәр урындағы музыка фольклорын өйрәнгән, тура эфирҙа күрһәтелгән “Һарытау башҡорттарының туй йолалары”нда ҡатнашҡан.
Милли рух менән һуғарылған был сараларҙа ҡатнашҡандар араһынан иң өлкәне Клара апай Вәлиеваға 87 йәш икән. Ул үҙе лә халыҡ йырҙарын башҡарырға оҫта.
Һарытауҙағы милләттәштәребеҙ Башҡортостан ҡунаҡтарына файҙалы дәрестәр, үҙенә күрә байрам ойошторғандары өсөн ифрат рәхмәтле булып ҡалған.