Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Сентябрь 2020, 08:52

“Һәр тауышты, өндө яңыса асырға мөмкин”

Был тамашалар композиторҙың ижадын яңыса балҡытты.

Танылған башҡорт композиторы Урал Иҙелбаевтың исеме сәнғәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире вазифаһын бар күңелен һалып, ал-ял белмәй тартҡан музыкант тынғыһыҙ, фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре булып танылды.


Уралдың музыкаль һәләте бик иртә, хатта сабый саҡта уҡ билдәле була тиһәк тә, һис яҙыҡ булмаҫ. “Атайым (танылған ғалим Мирас Иҙелбаев – автор) әйтеүенсә, алты айлыҡ сағымда, ул тәүге тапҡыр миндә музыкаль һәләттең барлы­ғын күреп апты­раған. Өйҙә икебеҙ генә ҡалған­быҙ, мин илай башла­ғанмын. Атайым әүрәтер өсөн ниндәйҙер көйҙө көйләгән. “Ҡапыл илауҙан туҡтап ҡалдың да, шундай етди төҫ алып, әлеге көйҙө өн сыға­рып ҡабатланың”, – тип һөйлә­гәйне ул.
Алты йәшемдә атайым менән әсәйем мине бер урынға алып барҙылар. Әле лә күҙ алдымда тора: иркен, яҡты бүлмә, ҙур рояль янында бер ағай ултыра. Ағай тигәнем мәшһүр композитор Заһир Исмәғилев булып сыҡты. Ул төрлө ноталар уйнап күрһәтә, мин ҡабатлайым. “Был малай мотлаҡ уҡырға тейеш”, тине ул”, – тип хәтерләй сәнғәт тигән оло донъяға юл башын Урал Иҙелбаев.
Шулай итеп, ул Өфө махсус музыка мәктәбендә белем ала башлай. Артабан 20-се башҡорт гимназияһына күсеп, бер ыңғай Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Унан инде Өфө сәнғәт училищеһын, сәнғәт инс­титутын тамамлай. Композитор булараҡ, профессиональ белемде Заһир Исмәғилев ҡулында алыу бәхете тейә уға. Алты йәштә сағындағы теге осра­шыуҙан һуң Заһир ағай менән башҡаса күрешергә тура килмәй һәм имтихан көнө комиссия алдына барып баҫҡас, күренекле композитор: “Һеҙгә һөйләгән егет бына ошо инде”, – ти. Тимәк, әлеге осрашыу уның да хәтерендә ҡалған булған...
Һуңғы ике йылда композитор Урал Иҙелбаев ғәйәт ҙур, киң ҡо­ласлы проекттарға тотоноп, улар­ҙы уңышлы тормошҡа ашы­рыуға өлгәште. Стәрлетамаҡ дәүләт концерт-театр берләш­мәһе “Урал легендалары” тигән мюзиклын тамашасы хөкөмөнә сығарҙы, бер үк ваҡытта Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрында “Урал батыр” эпосы буйынса спектакль сәхнә­ләш­терелде. Был ике тамаша ла ком­позиторҙың тормошона һәм ижадына яңы биттәр өҫтәне, уның эшмәкәрлеген яңыса балҡытып ебәрҙе.
Ғөмүмән, һуңғы осорҙа һөҙөм­тәле генә эшләргә, яңы проект­тарҙы тормошҡа ашырырға, матур-матур спектаклдәрҙе музыкаль йәһәттән биҙәп, тамашасы хөкөмөнә сығарырға насип була уға. Бөгөн беҙ уны драма спек­так­лдәре өсөн 100-ҙән ашыу музыка тыуҙырған композитор бу­ла­раҡ беләбеҙ. “Сәхнә­ләште­релгән һәр әҫәрҙә үҙем өсөн ниндәйҙер яңылыҡ, бығаса бер кем күрмәгән үҙенсәлек табырға тырышам”, – ти ижадсы.
Урал – иҫ киткес эшлекле композитор, берәй проект йәки яңы спектакль өҫтөндә эшләгә­нендә көн менән төндө, ялды ла онотоуы ихтимал. Был фиҙа­кәр­лектең сере нимәлә икән?
“Сәнғәт институтында уҡыған осорҙа беҙ аҙна һайын яңы музыкаль әҫәр ижад итергә тейеш инек. Йәш саҡ, бар ергә өлгөргө килә, үҙемсә эшҡыуарлыҡ менән дә булышам. Ҡайһы берҙә яңы әҫәр яҙа алмайым һәм “илһам килмәне” тип аҡланам. Шул саҡ­та остазыбыҙ – бөйөк Заһир ағай Исмәғилев: “Ике ҡағиҙәне иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ысын композитор көн һайын ижад итергә һәм халыҡҡа яҡын булырға тейеш”, – тип әйтә торғайны. Ә икенсе уҡытыусыбыҙ Рәшит Йыһанов: “Илһам килгәнен көтөп ултырһағыҙ, ғаиләгеҙ ас ҡала­саҡ”, – тип шаяртыр ине. Әлеге вазифама ярашлы башҡарған бөтә ижадым – ул ныҡышмалы­лыҡ, түҙемлек, яуаплылыҡ талап иткән көндәлек хеҙмәт. Хеҙмә­темде яратам, ә яратҡан эш ялҡытмай ҙа, арытмай ҙа бит ул”, – ти Урал Мирас улы.
Урал Иҙелбаевтың ижады спектаклдәргә көй яҙыу, уларҙы музыкаль яҡтан биҙәү менән генә сикләнмәй, әлбиттә, сөнки ул – һәр ваҡыт үҫешкә, яңылыҡ­ҡа ынтылған шәхес. Йыл һайын оркестр ҡатнашлығында концерт ҡуйырға тырыша. Үҙенең проектын булдырыуға өлгәшкән, ул “Сал Урал моңо” тип атала. Ике тиҫтәнән ашыу яңы әҫәр әҙерлә­гән, араларында уның тарафынан эшкәртелгән башҡорт халыҡ көйҙәре лә бар. “Ай ярым дауамында тәүлек әйләнәһенә тигән­дәй, ошо эш менән яндым, көйҙөм, студияла “йоҡланым” тиһәм дә, артыҡ булмаҫ (көлә – Автор), сөнки әҫәрҙе оркестр өсөн эшләү – бик ваҡ, күп ваҡыт, түҙемлек, яуаплылыҡ талап иткән, әммә кәрәкле хеҙмәт”, – ти музыкант ижади эшмәкәр­легенең был йүнәлеше хаҡында.
Әлеге концерттары башлыса этник музыканан тора. Был йә­һәттән дә композиторҙың ҡара­шы үҙенсәлекле. “Милли йыр сәнғә­те өлгөләрен эшкәрт­кәндә, бик һаҡ булырға кәрәк, – ти Урал Иҙелбаев. – Ундағы халыҡсан­лыҡты, моң, ритм нес­кәлектәрен, тәү асылын боҙмау шарт, тип һанайым. Улар ҡим­мәтле гәүһәр ише, шуға күрә был яуаплы бурысты 100 про­центлыҡ итеп башҡарып сығы­уыма ышанып етмәһәм, теге йәки был башҡорт халыҡ йырына аранжировка эшләүҙән баш тартам. Әммә был – бик кәрәкле эш. Ул халҡыбыҙ­ҙың аҫыл хазиналарын бөгөнгө, киләсәк быуындарға еткерергә ярҙам итә”.

Башҡортостандың милли музыка ҡоралдары оркестры менән берлектә тормошҡа ашырған проектынан һуң, ошо концертта яңғыраған әҫәрҙәрҙе айырым диск итеп сығарыу тураһында идея тыуа композитор күңе­лендә, сөнки концерттан һуң килеп рәхмәт белдергән, “моңда­рыңды илап тыңланым” тип әйткән кешеләр күп була.
Композитор Урал Иҙелбаев өсөн моң – ул тотош йыһан, сикһеҙ донъя. Ҡайһы берәүҙәр, бәлки, бөтәһе ете генә нота бар, ошоғаса әллә күпме әҫәр яҙылған, шуға күрә яңынан-яңы музыка уйлап табыу, ижад итеү мөмкин түгел, тип уйлайҙыр. Әммә ысын ижадсы бының улай түгеллеген яҡшы белә. “Һәр тауышты, өндө, ауазды яңыса асырға, ишетергә мөмкин. Киләсәккә уй-ниәттәрем яҡты, маҡсаттарым ҙур: иң яҡшы әҫәрҙәрем әле яҙылмаған. Яңы симфониялар, балеттар, көйҙәр яҙыу теләге менән йәшәйем”, – ти Урал Мирас улы.
Бының тап шулай булырына беҙ ҙә ышанабыҙ, сөнки ул бөтә булмышына һеңгән моң мөхитендә йәшәй, ижадҡа бар күңелен һала, был серле лә, сикһеҙ ҙә донъяны үҙенсә аса. Шуға күрә Урал Иҙел­баевтың “Тыуған ер тураһында хикәйәт” музыкаль циклы, “Урал легендалары” этно-проекты, “Урал легендалары” (“Торатау тураһында хикәйәт”) мюзиклы, “Сал Урал моңо” концерт программаһы өсөн республикабыҙҙың юғары наградаһына – Салауат Юлаев премияһына тәҡдим ителеүе бик тә урынлы. Ул был оло баһаға лайыҡ, тип һанайбыҙ.

Читайте нас