Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Сентябрь 2020, 17:30

“Тамға” конкурсы старт ала

"Ул башҡорт милли кейеме брендын булдырырға, талантлы һөнәрмәндәрҙе табырға ярҙам итәсәк".

Был тәҡдим менән Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова “Милли кейем халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлеген сағылдыра” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә сығыш яһаны. Сара Милли кейем көнө уңайынан үткәрелде.
“Түңәрәк өҫтәл”де Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы. Һөйләшеүгә милли кейем тегеү буйынса белгестәр, милли биҙәүестәр эшләүселәр, ғалимдар, этнографтар, фольклорсылар саҡырылғайны. Күптәр конференцияны онлайн-форматта тыңланы. Һамар, Сахалин, Анапа, Силәбе, Екатеринбург, Белорусия, Канада, Испания, Швециянан яҡташтарыбыҙ ҙа бәйләнешкә инеп, ҡатнашып, әһәмиәтле сара өсөн рәхмәт еткерҙе.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова милли кейемде һаҡлау, популярлаштырыу буйынса ведомствола алып барылған эшмәкәрлек менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ яңы проектты – башҡорт милли кейемен тегеү оҫталарының "Тамға" I халыҡ-ара конкурсын башлап ебәреү тураһында иғлан итте.
"Был сара башҡорт милли кейеме брендын булдырыуға булышлыҡ итәсәк, талантлы һөнәрмәндәрҙе табырға, йолаларҙы үҫтерергә ярҙам итәсәк. Конкурс йыл һайын үткәреләсәк, еңеүселәр биш номинацияла билдәләнәсәк", - тине Әминә Шафиҡова.
Беренсе конкурстың йомғаҡтары декабрҙә билдәле буласаҡ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас