Бөгөн, Милли кейем көнөндә, Шаран районының мәҙәниәт йортонда милли кейем һәм милли кейемдәге ҡурсаҡтар конкурсы үтте.
Шулай уҡ башҡорт, рус милли кейемдәре элементтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Ғөмүмән, был көн күркәм сараларға бай булды: Шаран тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия, күргәҙмә-йәрминкә, халыҡ оҫталары әҙерләгән милли сувенирҙар һәм биҙәүестәр һатыу, “Дуҫлыҡта – көс” китаптар күргәҙмәһе һ.б. Араларында иң сағыуы милли кейемдәр парады һәм “Шаран – күп милләтле донъя” байрам концерты булғандыр.
Шаран ауылының Балалар ижады һәм спорт үҙәге милли кейемдәргә арналған күргәҙмә ойошторҙо, Үҙәк балалар китапханаһы ошо темаға бәйле төҫлө буклеттар таратты, урындағы мәғлүмәт-белешмә үҙәге хеҙмәткәрҙәре эш көнөн милли кейем кейеп үткәрҙе.
Иглинда ла әһәмиәтле саралар уҙҙы. Мәҫәлән, район үҙәгендә яңыртылған мәҙәниәт йортоноң исем туйы үтте. Ул быйыл Башҡортостандың иң яҡшы ун мәҙәниәт учреждениеһы иҫәбенә инде һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проектында еңеп сыҡты. Грант аҡсаһына учреждениеның матди-техник базаһы яҡшыртылды.
Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостандағы ойошмаһы рәйесе Александр Кузьменко һәм тележурналист Айгөл Усманова Иглин районы хакимиәте башлығы Николай Самойленко менән яңыртылған бинаны ҡараны. Әйткәндәй, мәҙәниәт йорто коллективы бөгөн Өфөлә уҙған “Евразия йөрәге” фестивален асыуҙа ҡатнашты.