Бөгөн Дүртөйлө ҡалаһында милли кейем һәм көнкүреш элементтары, милли стилдәге биҙәүестәр күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Ҡул оҫталары ижади эштәрен ҙур теләк менән күрһәтте.
Шулай уҡ дүртөйлөләр ҙә фото-флешмобҡа ҡушылды. Саранан хакимиәт хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы.
Күп милләтле Саҡмағош районында иһә Милли кейем көнөндә Ғаилә ялы паркында төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәре, ҡул эштәре һәм көнкүреш әйберҙәр күргәҙмәһе үтте. Мәҙәниәт йортонда фольклор ансамблдәре байрам концерты күрһәтте.