Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
11 Сентябрь 2020, 20:40

Милли кейем көнөнән - "Евразия йөрәге"нә

Бөгөнгө байрам “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатр алдында берҙәм матур бейеү менән тамамланды.

Милли кейем көнө “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатр алдында берҙәм матур бейеү менән тамамланды.
Башҡорт, рус, татар, мордва, сыуаш, мари һ.б. халыҡ көйҙәренә сағыу милли кейемдәрҙәге халыҡ бергәләп тыпырҙаны, ҡулға-ҡул тотоноп әйләнде. Был күренеш республикабыҙҙа йәшәгән күп төрлө милләттәрҙең татыулығын, бер-береһенә булған хөрмәтен асыҡ күрһәтеүе менән ҡәҙерле, әһәмиәтле һәм мөһим. Күмәк бейеү “Евразия йөрәге” V халыҡ-ара фестивален асып ебәрҙе.
Артабан амфитеатр сәхнәһенә ошо көтөп алынған ҙур мәҙәни сарала ҡатнашырға килгән ҡунаҡтар сыҡты. Тамашасылар Надежда Бабкина менән “Рус йыры” Мәскәү дәүләт академия театрының Бөтә Рәсәй фестиваль-марафонын, “Ҡурайфест”, “Этнотөн”дө ҡарау мөмкинлеген алды.
Шулай итеп, Милли кейем көнө мәртәбәле, дәрәжәле сәнғәт байрамына ҡуша үрелеп, ҡатнашыусылар, тамашасылар күңеленә иң матур, йылы тойғолар, оҙаҡҡа етерлек байрам кәйефе бүләк итте.
Автор фотолары.
Читайте нас