Күптәргә зыян килтергән коронавирустың да ыңғай яғын күреүселәр байтаҡ. Улар араһында пандемия ваҡытында эшһеҙ ҡалған артистар ҙа бар.
Мәҫәлән, Радик Юлъяҡшин яҡын арала яңы альбом сығарырға йыйына. Был турала “100% Татарстан” порталына биргән интервьюһында әйткән ул.
Яңы альбом сентябрь аҙағы йәки октябрь башында сығасаҡ. Унда өс телдә – башҡортса, татарса һәм русса башҡарылған етешәр композиция инәсәк.
"Пандемия минең өсөн файҙаға булды. Ни өсөн тигәндә, өйҙә тыныс ҡына ултырып, альбом яҙҙым. Ә уға тиклем бының өсөн ваҡыт юҡ ине, сөнки беҙҙең гастролдәр графигы бер йылға алға яҙылып ҡуйылған", - тигән артист.