Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Сентябрь 2020, 05:57

Ҡояшты ҡотҡарыусы шағирә

“Яңынан әсәй булыу шатлығын кисергәндәй тоям үҙемде”, – тип һөйөнсөләне беҙгә аҡ биләүҙә ятҡан китабын ҡулына алған яҡташыбыҙ Ғәлиә Кәлимуллина. Буяу еҫе аңҡып торған өр-яңы “Ҡотҡарырға ине Ҡояшты” тигән йыйынтыҡ шағирәнең йөрәген ярып сыҡҡан балаһы ише, әлбиттә.

“Яңынан әсәй булыу шатлығын кисергәндәй тоям үҙемде”, – тип һөйөнсөләне беҙгә аҡ биләүҙә ятҡан китабын ҡулына алған яҡташыбыҙ Ғәлиә Кәлимуллина. Буяу еҫе аңҡып торған өр-яңы “Ҡотҡарырға ине Ҡояшты” тигән йыйынтыҡ шағирәнең йөрәген ярып сыҡҡан балаһы ише, әлбиттә.


Быйылғы уҡыу йылын бына ошондай оло ҡыуаныс менән ҡаршыланы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы. Был яңылыҡ – шағирә эшләгән Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты өсөн дә мәртәбә.


Әйтергә кәрәк, яҡташыбыҙ­ҙың һуңғы өс-дүрт йыл эсендә яҙылған шиғырҙарын туплаған китапты сығарыуға пандемия үҙ ҡанундарын индермәйенсә ҡалмай. Авторҙың бишенсе китабы булып баҫылып сыҡҡан йыйынтыҡтың күләме генә түгел, форматы ла үҙгәргән.


– Аллаһ Тәғәлә миңә шундай һәләт биреүенә рәх­мәтлемен. Шатлыҡтарымды ла, хәсрәт­тәремде лә шиғыр­ҙарға түгеп, уларҙа йыуаныс, күңел тыныс­лығы таптым. Бы­ға тиклем ошо һәләтемде һаҡ­һыҙ рәнйетеп йәшәгәнмен икән. Күңел ҡәләмгә тартылған мәлдәрҙә лә, башҡа уға тотон­маҫҡа тип кәртә ҡуя торғайным.


Башкөллө донъя мәшәҡәт­тәренә сумдым. Тетрәнеү ки­сер­гәндән һуң ғына, күк ҡабығы асылғандай, үҙемдә ҡәләм ҡөҙ­рә­тен тойҙом. Шиғырҙар хәҙер миңә йәнемде йылытыусы ҡояш кеүек, ул бер ҡасан да тотолмаһын, – тип күңел серҙәре менән уртаҡлашты шағирәбеҙ.


Ғәлиә Кәлимуллина шиғыр­ҙа­рының һәр береһе баҙыҡ образдар, фәлсәфәүи уйла­ныуҙар менән туҡылған, тип ба­һалап өлгөрҙө өр-яңы китапты тәнҡитселәр. Ә ҡәләм­дәштәре, уҡыусылары авторға бөгөн дә интернет селтәрендә иң изге теләктәрен еткерә.


Йыһан ҡанундарына буйһо­ноп, халыҡ, тел, ер яҙмышын ҡайғыртҡан шағирәбеҙ, илдә ниндәй сәйәсәт барыуына ҡа­рамаҫтан, артабан да үҙ идеалдарына тоғро булып ҡалһын! “Ҡотҡарырға ине Ҡояшты” исемле китап Ғәлиә Кәли­муллинаның һуңғы туҡталышы булмаһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.


Ишембай ҡалаһы.
Читайте нас