11 сентябрҙә бөтә Башҡортостан халҡы Милли кейем көнөн киң билдәләне. Байрамдың маҡсаты – тамырҙарға, милли йолаларға, республикала йәшәгән халыҡтарҙың бай тарихлы мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Республикабыҙҙа бер генә мәҙәни ойошма ла, уҡыу учреждениелары ла был әһәмиәтле көндән ситтә ҡалманы. Райондарҙа, ауыл-ҡалаларҙа күп төрлө байрам саралары булып уҙҙы.
Тематик әңгәмәләр, онлайн-викториналар, видеолекциялар, күргәҙмәләр, милли кейем элементтары, биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, дизайнерҙар менән осрашыуҙар, милли кейемдә дефиле, музейҙарҙа экскурсиялар – теләгән кеше ошондай сараларҙа ҡатнаша алды. Әлбиттә, пандемияға бәйле сикләүҙәр бында ла үҙ ролен уйнамай ҡалманы, шуға ла ҡайһы бер саралар онлайн форматта үткәрелде. Әммә был туған халҡы мәҙәниәтен үҙ иткән, тамырҙары менән ғорурланған рухлы заттар өсөн ҡаршылыҡ булып торманы.
Байрамда ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә ихлас ҡатнашты. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре был көндө эшкә милли кейемдә килде. Улар ошо рәүешле Башҡортостанда иғлан ителгән “Милли кейемдә эшләйем” тигән флешмобҡа ҡушылды.
Социаль селтәрҙәргә милли кейем кейеп төшкән фотолар ҡуйыу буйынса флешмоб халыҡтың иң яратҡан сараһына әүерелде, тиһәк, хата булмаҫ. Интернет киңлектәре береһенән-береһе матур, сағыу, ҡабатланмаҫ үҙенсәлеккә эйә фотоһүрәттәр менән тулды.
Был көндө ойошторолған төп сараларҙың береһе Башҡортостан Республикаһы Милли музейының конференц-залында үткәрелгән “Милли кейем халыҡ мәҙәниәтенең үҙенсәлеген сағылдыра” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” булды. Унда башҡорт халҡының милли кейем үҙенсәлектәре, уны заманға яраҡлаштырып популярлаштырыу, милли кейем элементтары һалып эшләнгән эшлекле һәм көндәлек кейемдәрҙе тегеүҙе юлға һалыу, шулай уҡ стилләштереү менән артыҡ мауығып, мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө булған милли кейемебеҙҙең үҙенсәлектәрен юғалтыу хәүефенән һаҡланыу һәм башҡа бик мөһим, кисекмәҫтән хәл ителә торған мәсьәләләр ҡаралды. Төп фекер – башҡорт халҡының милли кейеме йәмәғәтселек яғынан ғына түгел, ә дәүләт тарафынан да яҡлауға мохтаж. Был – көн талабы, һәм мәсьәләне кисекмәҫтән, әленән үк хәл итә башларға кәрәк.
Һөйләшеүҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.
Республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова милли кейемде һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса үҙ ведомствоһының эшмәкәрлеге менән таныштырҙы һәм башҡорт милли кейеменә арналған “Тамға” 1-се халыҡ-ара конкурсы башланыуы хаҡында иғлан итте. Яңы бәйге башҡорт милли кейеме брендын булдырырға, ошо өлкәлә талантлы оҫталарҙы асыҡларға, халыҡта башҡорт милли кейеме йолаларын өйрәнеү, һаҡлау һәм үҫтереүгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға ярҙам итергә тейеш, тип билдәләне мәҙәниәт министры.
Быйылдан башлап конкурс йыл һайын үткәрелер, унда кейем тегеү оҫталары, милли кейем буйынса рәссамдар һәм дизайнерҙар ҡатнашыр, тип көтөлә. Бәйгелә 18 һәм унан өлкән йәштәге оҫталар ҡатнаша ала. Ә тәүге еңеүселәрҙе иғлан итеү һәм кейемдәрҙе гала-күрһәтеү 14 декабргә – Башҡорт теле көнөнә планлаштырыла.
Р. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода сығышында башҡорт милли кейемен һаҡлау, өйрәнеү һәм уның хаҡында баҫма хеҙмәттәр булдырыу мөһимлегенә иғтибар йүнәлтте. Халыҡтың милли кейеменең тарихи өлгөләренә ҡарата сит бәхәстәр, икеле һорауҙар тыумаһын өсөн, уларҙы ике томлыҡ фотоальбомға туплап, тарихын фәнни яҡтан дәлилләп, теркәп баҫтырып сығарырға кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе ғалимә. Юғиһә, һуңғы ваҡыттарҙа башҡорт халҡының милли кейеме элементтарына асыҡтан-асыҡ ҡул һуҙыуҙар башланды. Был хәл айырыуса төньяҡ-көнсығыш һөм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кейеменә ҡағыла. Ә бит, мәҫәлән, башҡорттағы тамбурлы йәки ҡайып сигеүҙе, милли кейемдә ҡулланылған башҡа нағыш-биҙәктәрҙе, хатта төҫтәрҙе, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәрен, ир-ат кейеме үҙенсәлектәрен икенсе халыҡтыҡы менән бутау һис мөмкин түгел. Был хаҡта башҡорт милли кейемен тарихи күҙлектән өйрәнгән белгестәр айырым билдәләп үтте.
“Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, әүҙем йәмәғәтсе, милли йолаларҙы һаҡлауға тос өлөш индергән Гөлфиә Янбаева ла милли кейемебеҙҙе, уның атрибуттарын һаҡлау тураһында һөйләне. Был байрамдың тәрбиәүи, әхлаҡи ҡиммәте ҙур, тип билдәләне ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Педагог, филология фәндәре кандидаты, башҡорт кейеме тарихын өйрәнеүсе Азат Ғариповтың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тураһында һөйләүе йәнле ҡыҙыҡһыныу уятты. Учалы ағинәйҙәре ошо аяҡ кейемен кейеп килгән ине.
Милли кейемебеҙгә ҡағылышлы проблемалар, хәл итеү юлдары тураһында Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, Милли музейҙың этнография бүлеге хеҙмәткәре Сәлимә Усманова, “Төньяҡ амурҙары” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин да һөйләп үтте. Г. Баймырҙина, “башҡорт кейеме – ул беҙҙең милли паспортыбыҙ”, тип билдәләне. Башҡорттоң башҡорт икәнлеген һүҙһеҙ ҙә һөйләп, аңлатып тороусы сығанаҡ ул милли кейем.
Сығыштарҙан һуң йәнле фекер алышыу булды, резолюция ҡабул ителде. Шулай булғас, башҡорт милли кейеме дәүләт тарафынан да ҡурсаланыр, тарихи өлгөләргә лә ҡул һуҙыусылар кәмер, тигән өмөт ҙур.
...Сентябрҙең Милли кейем көнө шаулап-гөрләп, халыҡҡа рух күтәренкелеге, берҙәмлек тойғоһо бүләк итеп үтеп китте. Ул “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатр алдында матур бейеү менән йомғаҡланды. Башҡорт, рус, татар, мордва, сыуаш, мари һәм башҡа халыҡ көйҙәренә сағыу милли кейемдәрҙәге халыҡ бергәләп тыпырҙаны, ҡулға-ҡул тотоноп әйләнде. Был күренеш республикабыҙҙа йәшәгән күп төрлө милләттәрҙең татыулығын, бер-береһенә булған хөрмәтен асыҡ күрһәтеүе менән дә ҡәҙерле, әһәмиәтле һәм мөһим.