Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Сентябрь 2020, 08:10

Сибайҙа мөнәжәт башҡарыусылар конкурсы башланды

Быйыл конкурс онлайн-режимда үтәсәк. Еңеүселәр 16 октябрҙә гала концертта ҡатнашасаҡ.

Йыл һайын матур йолаға әйләнгән мөнәжәт башҡарыусылар конкурсы быйыл да Сибай ҡалаһында үтә. Бәйге 15 сентябрҙә старт алды һәм ул онлайн-режимда 16 октябргә тиклем дауам итә.
VIII төбәк-ара мөнәжәт башҡарыусылар конкурсында ҡатнашырға теләүселәр ғариза һәм видеяҙмаларын конкурсты ойоштороусыларға ебәрергә тейеш. 8-9 октябрҙә баһалама ағзалары уларҙы ҡарап, һайлап ала. Еңеүселәр 16 октябрь көнө гала-концертта сығыш яһай. Ошо уҡ көндә "Мөнәжәттәр һәм нәсихәттәрҙең йәш быуынды тәрбиәләүҙә йоғонтоһо" тигән темаға онлайн-режимда "түңәрәк өҫтәл" ойоштороласаҡ.
Конкурстың маҡсаты - башҡорт халҡының милли мәҙәниәтендәге һирәк башҡарылған жанрҙарҙы һаҡлап ҡалыу, иң яҡшы мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәрҙе асыҡлау. Бәйге шарттарына ярашлы, конкурсҡа мөнәжәт, нәсихәт, Мәүлит Ямалетдинов эшкәртеүендә “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабынан көйгә һалынған сүрәләр тәҡдим ителә.
Конкурс шарттары менән Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайтында яҡындан танышырға мөмкин.
Автор фотоһы.
Читайте нас