Яңыраҡ Рәсәй блогеры Володя XХL “Милкшейк” трек сығарған. Уны был эше өсөн яҡташыбыҙ, бөтә донъяға билдәле модель Ирина Шейк (Шәйхелисламова) судҡа биргән. Йәш егеттең йырында “Я делаю милкшейк на лицо Ирины Шейк” тигән юлдар бар. Был иһә Ирина Шейкка оҡшамаған. Ул тәүҙә Инстаграмдан: “Һин иҫәрме?” тип яҙа, әммә блогер был хәлде үҙенең файҙаһына бороп, шаштырып-күпертеп ебәрә.
Моделдең фанаттары блогерҙан ғәфү үтенеүен һорай, ә моделгә уны судҡа бирергә кәңәш итә. Бындай ябырылыуҙарҙан, ғәйепләүҙәрҙән һуң Володя XХL алда әйтелгән юлдарҙы “Я делаю милкшейк для самой Ирины Шейк“ тип алыштыра. Тик уға барыбер суд алдында яуап бирергә тура киләсәк.
– “Милкшейк” трегы сыҡмаясаҡ. Һеҙ Иринаға рәхмәт әйтә алаһығыҙ, – тип яҙа рэпер.